Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 4 - Изге Яҙма


Гонаһ ҡорбаны

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.

3 Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.

4 Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын.

5 Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың бер ни тиклем ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен.

6 Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.

7 Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

8-10 Һуңынан ҡаһин, татыулыҡ ҡорбаны башмағының майын айырып алған һымаҡ, гонаһ ҡорбанына салынған башмаҡтың бөтә майын – эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. Уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны усағында яндырһын.

11 Ә башмаҡтың тиреһен, башы-тояғы менән бергә бөтә итен, эсәк-ҡарынын, нәжесен –

12 ғөмүмән, тотош башмаҡты – тупламдан ситкә алып сығып, көл түгә торған таҙа урында утын өҫтөнә һалып яндырһын.

13 Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала.

14 Ҡылынған гонаһы билдәле булғас, халыҡ Осрашыу сатыры алдына, гонаһ ҡорбаны итеп, бер үгеҙ башмаҡ килтерергә тейеш.

15 Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.

16 Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен.

17 Ҡаһин бармағын ҡанға манып, Раббы хозурында, пәрҙә алдында ете тапҡыр һирпһен.

18 Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

19 Башмаҡтың бөтә майын алып, ҡорбан усағында яндырһын.

20 Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.

21 Ҡаһин үҙенең гонаһы өсөн килтерелгән башмаҡты тупламдан ситкә алып сығып нисек яндырһа, быныһы ла шулай яндырылһын. Был – халыҡтың гонаһы өсөн ҡорбан.

22 Әгәр ҙә етәкселәрҙән берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының, үҙенең Аллаһының, бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.

23 Ҡылған гонаһы үҙенә билдәле булғас, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтерһен.

24 Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны.

25 Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.

26 Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.

27 Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.

28 Ҡылған гонаһы үҙенә белдерелгәс, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә килтерһен.

29 Ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын.

30 Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.

31 Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.

32 Әгәр берәйһе гонаһ ҡорбаны итеп көтөүҙән һарыҡ бәрәсе алып килһә, ул кәмселекһеҙ орғасы мал булһын.

33 Ул кеше ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын.

34 Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен.

35 Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan