Левиҙәр 26 - Изге ЯҙмаАллаға тоғролоҡ өсөн фатиха 1 Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. 2 Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы. 3 Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, 4 ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, ер уңыш, ҡырҙағы ағастар емеш бирер. 5 Йөҙөм йыйыр саҡҡа тиклем ашлыҡ һуғырһығыҙ, сәсеүгә төшкәнсе баҡсағыҙҙа йөҙөм йыйырһығыҙ. Икмәгегеҙҙе туя ашап, ерегеҙҙә имен йәшәрһегеҙ. 6 Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ. 7 Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр. 8 Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр. 9 Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын. 10 Былтырғы уңышығыҙҙы ашарһығыҙ, яңы уңыш һалыр өсөн иҫкеһен сығарып ташларһығыҙ. 11 Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ. 12 Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. 13 Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын. Аллаға буйһонмаған өсөн яза 14 Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ, 15 күрһәтмәләремде кире ҡаҡһағыҙ, ҡағиҙәләремде инҡар итһәгеҙ һәм килешеүҙе боҙоп, бойороҡтарымды тыңламаһағыҙ, 16 Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар. 17 Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ. 18 Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын. 19 Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр. 20 Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ. 21 Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын. 22 Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр. 23 Ошонан һуң да киҫәмәһәгеҙ, Миңә ҡаршы барыуығыҙҙы дауам итһәгеҙ, 24 Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. 25 Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ. 26 Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ. 27 Ошоларҙың бөтәһенән һуң да тыңламайынса, Миңә ҡаршы барһағыҙ, 28 Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. 29 Аслыҡтан улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ. 30 Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын. 31 Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм. 32 Ерегеҙҙе шул тиклем емереклеккә әүерелдерермен, хатта унда төйәкләнгән дошмандарығыҙ ҙа шаҡ ҡатыр. 33 Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер. 34 Һеҙ дошмандарығыҙ ерендә йәшәгәндә, ер ялһыҙ ҡалған йылдары өсөн шәмбе йылдарына кинәнеп ял итер. 35 Һеҙ бында йәшәгәндә ял итмәгән шәмбе йылдары өсөн рәхәтләнәсәк ул. 36 Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар. 37 Һис кем ҡыуаламағанда ла, ҡылыс йөҙөнә һөрлөккәндәй, бер-береһенә абынып йығылырҙар. Дошмандарығыҙға ҡаршы торорлоҡ көсөгөҙ булмаҫ. 38 Ят халыҡтар араһында һәләк булырһығыҙ, һеҙҙе дошмандарығыҙҙың ере йотор. 39 Ә инде тере ҡалғандарығыҙ булһа, дошман ерендә үҙҙәренең ғәйептәре өсөн дә, ата-бабаларының ғәйептәре өсөн дә сереп ҡалыр. 40 Шул саҡта үҙҙәренең ғәйептәрен, ата-бабаларының енәйәттәрен танырҙар, Миңә хыянаттарын, тиҫкәрелектәрен, 41 шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар, 42 шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн. 43 Ә улар тарафынан ташлап ҡалдырылған ер буш ятҡан саҡта үҙенең элек булмаған шәмбе йылдары өсөн ял итеп рәхәтләнер. Улар иһә ҡағиҙәләремде һанға һуҡмаған, күңелдәре күрһәтмәләремде инҡар иткәндең әжерен алырҙар. 44 Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын. 45 Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы. 46 Раббы Синай тауында Муса аша Үҙе менән Исраил халҡы араһына ҡуйған ҡағиҙәләр, күрһәтмәләр һәм ҡанундар ошо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia