Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 23 - Изге Яҙма


Байрамдар

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:


Шәмбе көнө

3 Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.


Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы

4 Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:

5 Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.

6 Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ.

7 Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.

8 Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбандары килтерегеҙ. Етенсе көндә изге йыйын булһын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Тәүге көлтәне ҡаһинға килтереү

9 Раббы Мусаға былай тине:

10 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.

11 Шәмбе үткәс, икенсе көндө, ҡаһин көлтәне Раббы хозурында күтәреп һелкетһен һәм Раббы һеҙҙән ҡорбанды ҡабул ҡылыр.

12 Көлтәне һелкеткән көндө тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға һарыҡтың бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәсен,

13 бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.

14 Яңы уңыштан Аллағыҙға ҡорбан килтергән көнгә тиклем, уның икмәген дә, ҡурмасын да, сей башаҡ та ауыҙ итмәгеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Уңыш байрамы

15 Шәмбенең иртәгәһенән, йәғни һелкетмә ҡорбанға көлтә килтергән көндән башлап теүәл ете аҙна иҫәпләгеҙ.

16 Ете шәмбе уҙғандан һуң, йәғни илленсе көндә, Раббыға йәнә икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ.

17 Йәшәгән һәр ерегеҙҙән Раббыға һелкетмә ҡорбан итеп ике икмәк алып килегеҙ: улар бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөнән әсетеп бешерелһен. Был – Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны.

18 Икмәк менән бергә кәмселекһеҙ бер йәшлек ете бәрәс, бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе килтерегеҙ. Улар икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән бергә Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.

19 Шулай уҡ гонаһ ҡорбанына бер кәзә тәкәһе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер йәшлек ике бәрәс килтерегеҙ.

20 Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы.

21 Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

22 Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Борғолар байрамы

23 Раббы Мусаға былай тине:

24 – Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.

25 Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.


Гонаһтарҙан пакланыу көнө

26 Раббы Мусаға былай тине:

27 – Шул етенсе айҙың унынсы көнө – Гонаһтарҙан пакланыу көнө. Изге йыйын булыр ул һеҙҙең өсөн. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.

28 Был көндө бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ, сөнки был Пакланыу көнө, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында һеҙҙе пакландырыу көнө.

29 Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.

30 Был көндө ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнгән кешене халҡы араһынан юҡ итермен.

31 Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

32 Ул һеҙҙең өсөн махсус ял көнө, нәфсегеҙҙе тыйырға тейешһегеҙ, айҙың туғыҙынсы көнөндә, бер кистән икенсе кискә тиклем, шәмбе көндө билдәләгеҙ.


Ҡыуыш байрамы

33 Раббы Мусаға былай тине:

34 – Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.

35 Тәүге көндә изге йыйын булыр. Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ.

36 Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙең өсөн изге йыйын булһын һәм Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был – изге йыйын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.

37 Раббы тарафынан тәғәйенләнгән байрамдар ошо. Байрамдарҙа изге йыйындар саҡырып, Раббыға, һәр береһен үҙенең тәғәйен көнөндә, ут ҡорбаны, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, салыу ҡорбаны, түкмә ҡорбан килтерегеҙ.

38 Былар барыһы ла Раббының шәмбеләренән, Раббыға биргән бөтә саҙаҡаларығыҙҙан, нәҙер итеп әйтелгән һәм нәфел ҡорбандарығыҙҙан тыш була.

39 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр.

40 Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ.

41 Йыл һайын ете көн буйы Раббы хөрмәтенә байрам итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уны етенсе айҙа байрам итегеҙ.

42 Ете көн ҡыуыштарҙа йәшәгеҙ. Ерле исраилдарҙан һәр кем ҡыуышта йәшәһен.

43 Шул сағында килер быуындарығыҙ Мысыр еренән алып сыҡҡан ваҡытта Исраил халҡын ҡыуыштарҙа йәшәткәнемде белер. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.

44 Муса Исраил халҡына Раббы тәғәйенләгән байрамдарҙы иғлан итте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan