Левиҙәр 22 - Изге ЯҙмаИзге ризыҡ хаҡында ҡанун 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Һарунға һәм улдарына әйт, Исраил халҡының Миңә бағышлаған изге ризыҡтары менән һаҡ булһындар, изге исемемде хурламаһындар. Мин – Раббы. 3 Әйт уларға: быуындан-быуынға тоҡомоғоҙҙан берәйһе Исраил халҡының Раббыға бағышлаған изге әйберҙәренә нәжес килеш яҡынлаһа, уны хозурымдан алып ташлаясаҡмын. Мин – Раббы. 4 Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан, 5 кешене нәжесләй торған мыжғып йөрөгән йәнлектәрҙең береһенә йәки ниндәй ҙә булһа сәбәптән нәжес һаналған кешегә ҡағылһа, 6 кискә тиклем нәжес һаналыр. Йыуынмай тороп изге ризыҡты ашамаһын. 7 Әммә ҡояш байығандан һуң таҙа һаналыр, изге аҙыҡ ашай алыр, сөнки был – уның ризығы. 8 Үҙе үлгән, йә йыртҡыстан таланып үлгәнде ашап, үҙен нәжесләмәһен. Мин – Раббы. 9 Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин. 10 Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын. 11 Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала. 12 Ҡаһиндың ҡыҙы ҡаһин булмаған кешегә кейәүгә сыҡһа, изге саҙаҡаларҙан ашамаһын. 13 Әммә балаһыҙ килеш тол ҡалып йәки иренән айырылып атаһы йортона кире ҡайтҡан ҡаһин ҡыҙы үҫмер сағындағы һымаҡ атаһының ризығын ашар. Ә сит кешеләрҙән бер кем дә ашамаһын. 14 Әгәр берәйһе яңылышлыҡ менән изге ризыҡты ашаған икән, ул кеше изге ризыҡтың хаҡын ҡаһинға ҡайтарып бирергә һәм шуның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләргә тейеш. 15 Ҡаһиндар Исраил халҡының Раббыға килтергән изге ризыҡтарын хурламаһындар. 16 Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин. Ҡорбан итеп килтерергә яраҡлы хайуандар 17 Раббы Мусаға былай тине: 18 – Һарунға, улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: исраилдарҙанмы, араларында йәшәгән килмешәктәрҙәнме, берәйһе нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә икән, 19 ҡабул ителһен өсөн ҡорбаны кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, йә һарыҡ, йә кәзә тәкәһе булһын. 20 Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк. 21 Кем дә кем нәҙерен үтәп йәки нәфел буйынса Раббыға татыулыҡ ҡорбаны булараҡ эре йәки ваҡ мал килтерһә, ҡабул ҡылынһын өсөн, мал кәмселекһеҙ булырға тейеш. Бер ниндәй кәмселеге лә булмаһын. 22 Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағына һалмағыҙ. 23 Ағзалары иләмһеҙ оҙон йәки үтә ҡыҫҡа булған башмаҡты йәки һарыҡты нәфел ҡорбанына тәҡдим итергә мөмкин, нәҙерҙе үтәү өсөн булһа, ҡабул ителмәҫ. 24 Күкәйе зыянланған, һытылған, өҙөлгән йәки киҫелгән малды Раббыға алып килмәгеҙ. Илегеҙҙә быны эшләргә юл ҡуймағыҙ. 25 Бындайҙарҙы сит халыҡтарҙан алып ризыҡ саҙаҡаһы булараҡ Аллағыҙға тәҡдим итмәгеҙ, сөнки был хайуан зәғиф, уның кәмселеге бар, ул һеҙҙән ҡабул ителмәҫ. 26 Раббы Мусаға былай тине: 27 – Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай. 28 Әммә һыйырҙы быҙауы, кәзә-һарыҡты бәрәсе менән бер көндө салмағыҙ. 29 Әгәр Раббыға шөкөр саҙаҡаһы килтерәһегеҙ икән, был ҡорбан Раббы тарафынан һеҙҙең хаҡҡа ҡабул ителерлек булһын. 30 Итен шул көндө үк ашағыҙ, иртәнсәккә тиклем ҡалдырмағыҙ. Мин – Раббы. 31 Бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. Мин – Раббы. 32 Изге исемемде хурламағыҙ, Исраил халҡы Минең изгелегемде танырға тейеш. Мин – Раббы, һеҙҙе изге итеүсе. 33 Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин – Раббы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia