Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 21 - Изге Яҙма


Ҡаһиндар өсөн ҡағиҙәләр

1 Раббы Мусаға былай тине: – Һарун улдары ҡаһиндарға иғлан ит, әйт уларға: туған-тыумасаһының мәйетенә ҡағылып, үҙҙәрен нәжесләмәһендәр.

2 Бары тик иң яҡын туғаны: әсәһе менән атаһы, улы йәки ҡыҙы, ағаһы менән ҡустыһы,

3 үҙенең янында йәшәүсе кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ туғаны булһа, тик уларға ҡағылыуҙан ғына нәжесләнмәҫ.

4 Ҡатынының туғандары өсөн ул үҙен нәжесләп хурларға тейеш түгел.

5 Ҡаһин үҙенең сәсен алдырмаһын, һаҡалын ҡыҫҡартмаһын, тәнен йәрәхәтләп яра һалмаһын.

6 Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейештәр.

7 Фәхишәгә һәм мәсхәрәләнгән ҡатынға, ире ташлаған ҡатынға өйләнмәһен, сөнки ҡаһин – Аллаһы өсөн изге.

8 Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.

9 Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.

10 Башҡа ҡаһиндар араһынан баш ҡаһин итеп бағышланып башына мәсех майы һөртөлгән, изге кейемдәр кейеп йөрөгән кеше ҡайғы билдәһе итеп сәсен туҙҙырмаһын, кейемен йыртҡыламаһын.

11-12 Мәйет янына барыу өсөн ул Изге сатырҙы ҡалдырып Аллаһының Изге торлағын хурламаһын: хатта атаһы менән әсәһе үлгән осраҡта ла ул үҙен нәжесләргә тейеш түгел, сөнки ул Аллаһының мәсех майы менән изгеләндерелгән. Мин – Раббы.

13 Баш ҡаһин бары тик ғиффәтле ҡыҙға ғына өйләнһен.

14 Ул тол йәки ире ташлаған ҡатынға, үҙен фәхешлек менән нәжесләгән ҡатынға өйләнмәһен, үҙ халҡынан саф ҡыҙ алһын.

15 Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.

16 Раббы Мусаға былай тине:

17 – Һарунға әйт: «Тоҡомоңдан зәғифлеге булған кеше Аллаһына ризыҡ тәҡдим итер өсөн һис ҡасан Уның хозурына яҡынламаһын.

18 Тәнендә кәмселеге булған бер кеше лә: һуҡыр, аҡһаҡ, йөҙө зәғиф, бер аяғы йәки ҡулы оҙонораҡ булған,

19 аяғы-ҡулы һынған,

20 көмрө, кәрлә, күҙенә аҡ төшкән, ҡутырлы, тимерәүле, енес ағзаһы зәғифләнгән –

21 Һарун ҡаһиндың тоҡомонан тәнендә кәмселеге булған бер кем дә Раббыға бағышланған ут ҡорбанын килтереү өсөн Уның хозурына яҡынламаһын. Уның тәнендә кәмселеге бар, шуға күрә Аллаһына ризыҡ һонор өсөн яҡынламаһын.

22 Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,

23 әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».

24 Муса быларҙы Һарун менән улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан итте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan