Левиҙәр 20 - Изге ЯҙмаҠылған гонаһтар өсөн язалар 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен. 3 Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. 4 Әгәр ҙә халыҡ ул әҙәмдең балаһын Мөләхкә биреүенә күҙ йомһа, уны үлтермәһә, 5 ул кешегә һәм зат-зәүеренә ҡаршы буласаҡмын, уны һәм уның артынан эйәреп Мөләх менән зина ҡылған һәр кемде халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. 6 Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. 7 Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. 8 Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым. 9 Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле. 10 Берәйһе ирле ҡатын, яҡынының ҡатыны менән зина ҡылһа, зинасылар икеһе лә үлтерелһен. 11 Кем атаһының ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул үҙенең атаһын хурлай: ул ир ҙә, ҡатын да үлтерелһен. Улар үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. 12 Кем килене менән ятҡан, икеһе лә үлтерелһен. Әшәкелек ҡылды улар. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. 13 Әгәр берәй ир, ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылған һымаҡ, башҡа бер ир менән яҡынлыҡ ҡылһа, икеһе лә әшәкелек ҡылған була һәм улар үлтерелер. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. 14 Кем дә кем берәй ҡатынға ла, уның әсәһенә лә өйләнһә, был – боҙоҡлоҡ. Арағыҙҙа боҙоҡлоҡ булмаһын өсөн ул да, ҡатындар ҙа утта яндырылһын. 15 Мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылған әҙәм мотлаҡ үлтерелһен, малды ла үлтерегеҙ. 16 Әгәр ҙә берәй ҡатын мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылһа, ҡатын да, мал да үлтерелһен. Улар мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. 17 Әгәр ҙә берәйһе үҙенең ҡыҙ туғанына, атаһының йәки әсәһенең ҡыҙына өйләнһә һәм уның оятын күрһә, ҡыҙ ҙа уның оятын күрһә, был – хурлыҡ. Улар халҡының күҙ алдында юҡ ителер. Ул ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырған һәм язаһын алырға тейеш. 18 Күреме ваҡытында берәй ҡатын менән ятҡан һәм яҡынлыҡ ҡылған әҙәм, ҡатындың күрем сығанағын асҡан, ә ҡатын уға күрем сығанағын күрһәткән – улар икеһе лә халҡы араһынан ҡыуылыр. 19 Әсәйеңдең ҡыҙ туғанын һәм атайыңдың ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырма, сөнки бындай кеше үҙен хурлай. Ундай ир ҙә, ҡатын да язаһын алһын. 20 Инәһе менән ятҡан әҙәм олатаһын хурлай. Улар икеһе лә гонаһтарының язаһын күрер, балаһыҙ үлерҙәр. 21 Бер туған ағай-энеһенең ҡатынын алған әҙәм ҡәбәхәтлек ҡылған булыр. Ул ағай-энеһен хур итә. Уларҙың балалары булмаҫ. 22 Бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ. Шул саҡта Мин һеҙҙе йәшәргә алып барған ер һеҙҙе кире ҡаҡмаҫ. 23 Мин алдығыҙҙан ҡыуып ебәрәсәк халыҡтарҙың йолаларын тотмағыҙ, сөнки улар ошоларҙы ҡылды. Шуға күрә Мин уларға нәфрәтләндем. 24 Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын. 25 Йәнлектәрҙең хәләлен хәрәмдән, ҡоштарҙың хәләлен хәрәмдән айырығыҙ. Мин һеҙгә хәрәм тип билдәләгән хайуандар, ҡош-ҡорт һәм һөйрәлеүселәр менән үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. 26 Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ. 27 Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia