Левиҙәр 18 - Изге ЯҙмаЕнси боҙоҡлоҡтарҙы тыйыу 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын. 3 Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ. 4 Минең ҡағиҙәләремде үтәгеҙ, күрһәтмәләремде тотоғоҙ, шулар буйынса йәшәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. 5 Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы. 6 Бер кем дә үҙенең ҡан туғаны менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн уға яҡынаймаһын. Мин – Раббымын. 7 Әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылып, атайыңды хурлыҡҡа төшөрмә. Әсәйең ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. 8 Атайыңды хурлыҡҡа төшөрөп, үгәй әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылма. 9 Ҡыҙ туғандарың – атайыңдың ҡыҙы менән дә, йәки әсәйеңдең ҡыҙы менән дә, һинең менән бер өйҙә тыуғанмы ул, ситтәме – улар менән яҡынлыҡ ҡылма. 10 Үҙеңде хурлыҡҡа төшөрмә: улыңдың ҡыҙы йәки ҡыҙыңдың ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. 11 Атайыңдың башҡа ҡатынынан тыуған ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма; сөнки ул һинең туғаның. 12 Атайыңдың ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – атайыңдың ҡан туғаны. 13 Әсәйеңдең ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – әсәйеңдең ҡан туғаны. 14 Атайыңдың бер туған ағаһын хурлыҡҡа ҡалдырып, уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – һинең инәйең. 15 Киленең менән яҡынлыҡ ҡылма, улыңдың ҡатыны ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. 16 Бер туған ағайың йәки энеңде хурлыҡҡа ҡалдырма: уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма. 17 Бер ҡатындың үҙе һәм ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. Ҡатыныңдың улының йәки ҡыҙының ҡыҙына өйләнмә. Ул ҡатын менән бер ҡандан улар. Был – боҙоҡлоҡ. 18 Ҡатының тере ваҡытта, уға көндәш булмаһын өсөн, уның ҡыҙ туғанына өйләнмә һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылма. 19 Күрем нәжеслеге ваҡытында ҡатының менән яҡынлыҡ ҡылма. 20 Иптәшеңдең ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылып, үҙеңде нәжесләмә. 21 Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы. 22 Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылған кеүек яҡынлыҡ ҡылма. Был – ерәнгес. 23 Ниндәй ҙә булһа хайуан менән яҡынлыҡ ҡылып үҙеңде нәжесләмә. Ҡатын кеше лә яҡынлыҡ ҡылыр өсөн мал-тыуар алдына баҫмаһын. Был – ҡәбәхәтлек. 24 Бындай эштәр менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Сөнки алдығыҙҙан Мин ҡыуып ебәрәсәк ҡәүемдәр үҙҙәрен ошоларҙың барыһы менән дә нәжесләп, 25 ерҙе лә бысраттылар. Шуға күрә Мин халыҡтың гонаһы өсөн ерҙе язаланым һәм ер үҙендә йәшәгәндәрҙе ҡоҫоп ташланы. 26 Ә һеҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә, күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, бындай әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ, 27 сөнки ошо әшәкелектәрҙе ул ерҙә һеҙгә тиклем йәшәгәндәр ҡылды һәм ер нәжесләнде. 28 Әгәр ерҙе нәжесләһәгеҙ, ул, һеҙҙән алда йәшәгән ҡәүемдәр кеүек үк, һеҙҙе лә ҡоҫоп ырғытыр. 29 Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр. 30 Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia