Левиҙәр 17 - Изге ЯҙмаИзге сатырҙан ситтә ҡорбан салыуҙы һәм ҡан ашауҙы тыйыу 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Һарунға, уның улдарына, бөтә Исраил халҡына Раббының бойороғон иғлан ит, әйт уларға: 3 әгәр исраилдарҙан берәйһе тупламда йәки тупламдан ситтә үгеҙ, һарыҡ йәки кәзә салһа, 4 һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр. 5 Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен. 6 Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр. 7 Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. 8 Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа, 9 әммә уны Раббыға ҡорбан иткәндәй Осрашыу сатыры алдында эшләмәһә, ул кеше халҡы араһынан ҡыуылыр. 10 Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын. 11 Сөнки һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин уны, йәнегеҙҙе пакландырыу өсөн, ҡорбан усағына килтерергә ҡуштым; йәшәү биргәнгә күрә, ҡан йәнде пакландыра. 12 Бына шуның өсөн Исраил халҡына әйтәм: «Һеҙ үҙегеҙ ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә ҡан ашарға тейеш түгел». 13 Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын. 14 Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. 15 Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр. 16 Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia