Левиҙәр 15 - Изге ЯҙмаАғынтының нәжеслеге тураһында ҡанун 1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 2 – Исраил халҡына әйтегеҙ, иғлан итегеҙ уларға: әгәр кешенең ирлек ағзаһынан ағынтыһы булһа, ул шуның арҡаһында нәжес булыр. 3 Ағынты аҡһа ла, йыйылып торһа ла, был кеше нәжес була. Был – уның нәжесе. 4 Ағынтыһы булған кеше ятҡан түшәк, ултырған әйбер – бөтәһе лә нәжес һаналыр. 5 Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. 6 Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. 7 Ағынтыһы булған кешегә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 8 Ағынтыһы булған әҙәм таҙа кешегә төкөрһә, тегеһе кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 9 Ағынтыһы булған әҙәм ултырып йөрөгән нәмә нәжес һаналыр. 10 Ул ултырған йәки ятҡан һәр нәмәгә ҡағылған кеше кискә тиклем нәжес һаналыр. Был әйберҙәрҙе ташыған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 11 Ағынтыһы булған әҙәм ҡулын йыумайынса ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 12 Ағынтылы әҙәм ҡағылған балсыҡ һауытты ватырға, ағас һауытты һыуҙа йыуырға кәрәк. 13 Әгәр ағынтыһы туҡтаһа, ул үҙенә таҙарыныу өсөн ете көн иҫәпләһен. Унан кейемен йыуыр, йыуыныр һәм таҙа һаналыр. 14 Һигеҙенсе көндө, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына килһен һәм уларҙы ҡаһинға бирһен. 15 Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр. 16 Әгәр ҙә кемдең дә булһа мәнейе аҡһа, бөтә тәнен йыуһын, шунан кискә тиклем нәжес һаналыр. 17 Мәней тейгән һәр туҡыма йәки күн кейем йыуылһын. Кискә саҡлы ул әйбер нәжес һаналыр. 18 Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр. 19 Күрем ҡаны аҡҡанда, ҡатын ете көн буйы нәжес булыр. Уға ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. 20 Күрем көндәрендә ятҡан түшәге лә, ултырған урыны ла нәжесләнер. 21 Уның түшәгенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 22 Бындай ҡатын ултырған һәр нәмәгә ҡағылған кеше кейемен йыуһын һәм йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 23 Ул ҡатындың түшәгендәге йәки ултырған урынындағы берәй әйбергә тейгән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. 24 Әгәр ҙә ире уның менән йоҡлаһа, ҡатынының нәжесе уға ла күсә. Был кеше ете көн нәжес булыр, ятҡан түшәге лә нәжес һаналыр. 25 Әгәр берәй ҡатындың ғәҙәттәге күрем ваҡытынан тыш ҡаны килеп торһа йәки күреме бөткәндән һуң да ҡан килеүе оҙаҡ көндәр буйы дауам итһә, ул ҡатын күрем ваҡытындағы кеүек нәжес булыр. 26 Ҡаны аҡҡан көндәрҙә ятҡан түшәге, ултырған урыны күрем ваҡытындағы кеүек үк нәжес һаналыр. 27 Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 28 Ә ҡаны ағыуҙан туҡтағас, ҡатын ете көн иҫәпләһен, шунан һуң таҙа һаналыр. 29 Һигеҙенсе көндө ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, уларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына килтерһен һәм ҡаһинға бирһен. 30 Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салһын. Шул рәүешле ҡаһин Раббы хозурында был ҡатынды ҡан ағыу нәжеслегенән пакландырыр. 31 Исраил халҡы араһындағы торлағымды нәжесләп һәләк булмаһындар өсөн, исраилдарҙы нәжестән һаҡлағыҙ. 32-33 Ағынтыһы булған йәки мәнейе ағып нәжесләнгән ир-ат, күрем күргән ҡатын-ҡыҙ, ағынтыһы килгән ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ, нәжес һаналған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған ир кеше тураһындағы ҡанун был. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia