Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 13 - Изге Яҙма


Тире ауырыуҙары тураһында ҡанун

1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

2 – Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен.

3 Ҡаһин тиреләге яраны ҡараһын. Әгәр яра өҫтөндәге төктәр ағарған, яра тирегә тәрәнәйгән булһа, был – йоғошло тире ауырыуының билдәһе. Ҡаһин сирлене нәжес тип иғлан итһен.

4 Әгәр тән тиреһендәге тап аҡ төҫтә булып, тәрәнгә батмаған һәм өҫтөндәге төктәре ағармаған булһа, ҡаһин был кешене ете көнгә ябып ҡуйһын.

5 Етенсе көндө ҡаһин яраны ҡараһын: әгәр ҙә яра үҙгәрмәһә, тире өҫтөнә йәйелмәгән булһа, уны йәнә ете көн тотһон.

6 Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа булыр.

7 Ләкин ҡаһин уны ҡарап таҙа һанағандан һуң сабыртҡы тирелә йәйелеп китһә, сирле ҡаһинға ҡабат күренһен.

8 Ҡаһин уны ҡабат ҡараһын: сабыртҡы тәнгә таралған булһа, ул кешене нәжес тип иғлан итһен. Был – йоғошло тире ауырыуы.

9 Берәй кешелә йоғошло тире ауырыуы булһа, ул ҡаһинға килтерелһен.

10 Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,

11 тимәк, был – аҙып киткән йоғошло тире ауырыуы. Ҡаһин был кешене нәжес тип иғлан итһен, әммә япмаһын, сөнки нәжес икәне билдәле.

12 Әгәр йоғошло тире ауырыуы кешенең бөтә тәненә йәйелгән һәм баштан-аяҡ ҡаплап алған булһа, ҡаһин уның бөтә тәнен ҡарарға тейеш.

13 Сирҙең тәнгә тотош таралғанын күрһә, ул был кешене таҙа тип иғлан итһен. Тире тулыһынса ағарған булһа, ауырыу таҙа һаналыр.

14 Әммә сей яра күренһә, ул кеше нәжес һаналыр.

15 Ҡаһин яраның сей ит икәнен күрһә, кешене нәжес тип иғлан итер. Сей ит – нәжес; был – йоғошло тире ауырыуы.

16 Әгәр ҙә сей яра уңалып, тиреһе ағарһа, был кеше ҡаһинға тағы күренһен.

17 Ҡаһин уны ҡарар ҙа, яраның уңалғанын күргәс, уны таҙа тип иғлан итер. Был кеше таҙа һаналыр.

18 Әгәр берәйһенең тәненә сиҡан сығып уңалһа, әммә

19 урыны ағарып, шешмәкләнеп торһа, йәки аҡһыл-ҡыҙыл тап хасил булһа, был кеше ҡаһинға күренергә тейеш.

20 Ҡаһин уны ҡараһын. Әгәр ҙә тап тирегә уйылып ингән булһа һәм төктәре ағарып торһа, был кеше нәжес тип иғлан ителер. Сиҡан урынына сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы был.

21 Әммә ҡаһин ауырыуҙы ҡарап, яралағы төктәрҙең ағармағанын, яраның тирегә тәрәнәймәгәнен, киреһенсә, саҡ һиҙелеп торғанын күрһә, был кешене ете көн ябып торһон.

22 Әгәр яра тәнгә ныҡлап йәйелһә, ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итер. Был – тире ауырыуы.

23 Ә тап шул килеш ҡалһа, йәйелмәһә, был – сиҡан урыны ғына. Ҡаһин был кешене таҙа тип иғлан итер.

24 Берәйһе тәнен бешерһә һәм уңалған ерендә аҡһыл-ҡыҙыл тап ҡалһа,

25 ҡаһин уны ҡараһын, таптағы төктәр ағарғанын, таптың тирегә тәрәнәйгәнен күрһә, был – бешкән урынға сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы. Ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итһен, сөнки был – тире ауырыуы.

26 Әммә төктәр ағармаған, тап тирегә тәрәнәймәгән, ә саҡ ҡына беленеп тора икән, ҡаһин ул кешене ете көн ябып тотһон.

27 Етенсе көндө тағы ҡараһын. Тап тирегә йәйелгән булһа, ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итер. Сөнки был – йоғошло тире ауырыуы.

28 Әгәр ҙә тиреләге тап элеккесә ҡалһа, йәйелмәһә, саҡ беленеп торһа, был – сир түгел. Ҡаһин ул кешене таҙа тип белдерер, сөнки был – бешкәндән ҡалған яра эҙе.

29 Әгәр берәй ҡатындың йә ирҙең башында йәки эйәгендә яра булһа,

30 ҡаһин уны ҡараһын. Әгәр яра тирегә уйылып ингән булһа, ә яралағы төктәр нәҙегәйеп һарғайһа, ҡаһин ул кешене нәжес тип белдерһен. Был – таҙ, баштағы йәки эйәктәге йоғошло тире ауырыуы.

31 Әгәр ҡаһин яраның тирегә тәрәнәймәгәнен, әммә төктәренең ҡара түгеллеген күрһә, был кешене ете көнгә ябып ҡуйһын.

32 Етенсе көндө ҡаһин яраны тағы ҡараһын. Әгәр яра таралмаһа, тирегә уйылып тәрәнәймәһә һәм төктәре һарғайып тормаһа,

33 уны ҡырырға, тик ауыртҡан урынына ҡағылмаҫҡа кәрәк. Ҡаһин ул кешене тағы ете көн ябып тотһон.

34 Етенсе көндө ҡаһин ауыртҡан урынды ҡараһын. Яра таралмаған һәм тирегә уйылып тәрәнәймәгән булһа, ҡаһин был кешене таҙа тип иғлан итер. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа һаналыр.

35 Әгәр ҙә таҙ был кеше таҙа тип иғлан ителгәндән һуң таралып китһә,

36 ҡаһин уны йәнә тикшерһен. Әгәр ҡысытма йәйелеп киткән булһа, төктәренең һарғайғанын ҡарап тормаһын. Был кеше нәжес һаналыр.

37 Әммә яра үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә төктәре уның фекеренсә ҡарая башлаған икән, тимәк, таҙ үткән. Был кеше – таҙа. Ҡаһин уны таҙа тип иғлан итер.

38 Әгәр берәй ир йәки ҡатындың тәнендә аҡ тап булһа,

39 ҡаһин уны ҡараһын. Ул аҡһылланып торһа, был – ғәҙәти сабыртҡы. Был кеше пак һаналыр.

40 Әгәр берәйһенең башындағы сәсе ҡойолһа, тимәк, ул ялтас. Был кеше пак һаналыр.

41 Әгәр ҙә башының алғы өлөшөндәге сәсе ҡойолһа, был ялтаслыҡтың икенсе төрө. Ул пак.

42 Әгәр ҙә сәсе ҡойолған урынға, ҡаҡ башына аҡһыл-ҡыҙыл таптар сыҡһа, был йоғошло тире ауырыуына оҡшаған.

43 Ҡаһин ул кешене ҡарар. Ялтас урынындағы яра аҡһыл-ҡыҙыл булып шешеп торһа һәм йоғошло тире ауырыуының яраһына оҡшаған булһа,

44 был кешелә йоғошло тире ауырыуы – нәжес ул. Ҡаһин уны нәжес тип иғлан итер. Уның башында яра бар.

45 Бындай йоғошло тире ауырыулы кешенең кейеме йыртыҡ, сәсе туҙған булһын. Ул йөҙөнөң аҫҡы өлөшөн ҡаплаһын һәм: «Нәжесмен! Нәжесмен!» – тип ҡысҡырһын.

46 Ауырыуы бөткәнгә тиклем был кеше нәжес һаналыр. Ул тупламдан ситтә, башҡаларҙан айырым йәшәһен.


Туҡымалағы үңәҙ тураһында ҡағиҙә

47-48 Йөн йәки етен кейемдә, етен йәки йөн туҡыманың буй йә арҡау ебендә, күндә, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙә үңәҙ күренһә,

49 һәм кейемдәге йәки күндәге, туҡыманың буй һәм арҡау ебендәге, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙәге был үңәҙ йәшкелт йәки ҡыҙғылт тап рәүешендә булһа, был – таралып барған үңәҙ; уны ҡаһинға күрһәтергә кәрәк.

50 Ҡаһин үңәҙҙе ҡарар ҙа әйберҙе ете көн бикле урында тотор.

51 Етенсе көндө үңәҙҙе – кейемдәме ул, буй йәки арҡау ептәме, күндәме, күн әйберҙәме – ҡарар. Әгәр таралған икән, был – зарарлы үңәҙ. Әйбер нәжес һаналыр.

52 Был үңәҙле кейем, буй һәм арҡау йөн йәки етен еп, күн йәки күн әйбер ҡаһин тарафынан яндырылыр. Был – зарарлы үңәҙ, әйбер утта яндырылырға тейеш.

53 Әгәр ҙә ҡаһин кейемдә, туҡыманың буй йә арҡау ебендә, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙә үңәҙҙең таралмағанын күрһә,

54 әйберҙе йыуырға ҡушыр һәм йәнә ете көн бикле урында тотор.

55 Әйберҙе йыуғандан һуң, ҡаһин уны тағы ҡараһын; тап төҫөн үҙгәртмәһә, үңәҙ таралмаған хәлдә лә әйбер нәжес һаналыр. Үңәҙ уның уң йәки тиҫкәре яғында булыуына ҡарамаҫтан, әйбер яндырылырға тейеш.

56 Әгәр ҙә йыуғандан һуң үңәҙҙең кәмегәнен күрһә, ҡаһин кейемдең, арҡау йәки буй ептең, күндең ошо өлөшөн йыртып алыр.

57 Әгәр кейем, буй йәки арҡау еп, күн әйбер яңынан күгәреп сыҡһа, тимәк, үңәҙ тарала. Әйбер утта яндырылһын.

58 Әгәр ҙә кейемде, буй йәки арҡау епте, күн әйберҙе йыуһаң һәм үңәҙе бөтһә, уны тағы бер тапҡыр йыуырға кәрәк. Шул саҡта ул таҙа һаналыр.

59 Был – йөн йәки етен кейемдәге, арҡау йәки буй ептәге, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙәге үңәҙ һәм уны таҙа йәки нәжес тип иғлан итеү тураһында ҡағиҙә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan