Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Колосстарға 1 - Изге Яҙма

1 Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан

2 Алланың Колоссайҙа йәшәүсе изге халҡына, Ғайса Мәсихтәге тоғро имандаштарыма сәләм. Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Рәхмәт доғаһы

3 Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ,

4 сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек.

5 Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.

6 Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә.

7 Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.

8 Алла Рухынан килгән мөхәббәтегеҙ тураһында ла беҙгә ул хәбәр итте.

9 Шуға күрә, ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап, беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән бөтә аҡыл һәм аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.

10 Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.

11 Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын.

12 Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.

13 Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.

14 Беҙ Уның Улы аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.


Мәсих һәм Уның хеҙмәте

15 Мәсих – күҙгә күренмәгән Алланың һыны һәм Ул Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине.

16 Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһы ла Уның аша яратылған: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған.

17 Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ булған, бөтә нәмәне Ул тотоп тора.

18 Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.

19 Алла Үҙенең бөтә тулылығының Мәсихтә йәшәүен,

20 Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.

21 Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы,

22 әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барыусы итеп ҡуйыу өсөн, Мәсихтең кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы.

23 Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Паулустың имандаштар берҙәмлегенә хеҙмәт итеүе

24 Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.

25 Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.

26 Был һүҙ быуаттар буйы быуындан-быуынға йәшерелеп килгән сер ине, хәҙер иһә Алланың изге халҡына асылды.

27 Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ!

28 Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан өлгөрөп етеп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә булған аҡылыбыҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.

29 Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan