Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хаваҡҡуҡ 3 - Изге Яҙма


Хаваҡҡуҡтың доғаһы

1 Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәрҙең доғаһы.

2 Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!

3 Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.

4 Ҡояш һымаҡ балҡый, Ҡулынан нур түгелә, Ҡөҙрәте шунда йәшенгән.

5 Уның алдынан үләт елә, Эҙҙәренән эйәреп афәт килә,

6 Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.

7 Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.

8 Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?

9 Йәйәңде кирҙең, Уҡтарыңды һаҙаҡҡа тултырҙың. Села Ер өҫтөн йылғалар менән ярҙың.

10 Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.

11 Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.

12 Ер өҫтөнән асыу-ярһыу менән гиҙҙең, Асырғанып ҡәүемдәрҙе тапаланың.

13 Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села

14 Беҙҙе һәләк итер өсөн Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда, Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы Инде йотам тиеп ҡыуанғанда, Улар өйөрөнөң башлығын Үҙ һөңгөһө менән тиштең.

15 Аттарыңда диңгеҙҙе тапаның, Шашҡан һыуҙарҙы күбекләндерҙең.

16 Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.

17 Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –

18 Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.

19 Раббы Хаким – минең көсөм, Аяҡтарымды боландыҡылай итер, Мине бейеклектәргә аштырыр. Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan