Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 7 - Изге Яҙма


Гидғондың мидйәндәрҙе еңеүе

1 Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине.

2 – Яугирҙәрең артыҡ күп, – тине Раббы Гидғонға. – Мин мидйәндәрҙе уларҙың ҡулына бирмәйем, юҡһа исраилдар Минең алдымда: «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ», – тип маһайыр.

3 Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен! Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды.

4 Раббы Гидғонға: – Кеше һаман да күп әле. Ҡалғандарҙы һыу буйына алып төш, шунда Мин уларҙы һиңә һайлап бирермен. «Был һинең менән барыр», – тип әйткәнем һинең менән барыр, «Был һинең менән бармаҫ», – тигәнем һинең менән бармаҫ.

5 Гидғон халыҡты һыу буйына алып төштө. Раббы уға былай тине: – Кем дә кем һыуҙы эт һымаҡ теле менән ялап эсә, шуны айырым ҡуй, шулай уҡ тубыҡланып эскәндәрҙе лә айырым баҫтыр.

6 Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте.

7 Раббы Гидғонға былай тине: – Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын.

8 Гидғон өс йөҙ кешене генә алып ҡалды ла, ҡалған исраилдарҙы сатырҙарына ҡайтарып ебәрҙе. Был өс йөҙ кеше ҡайтып киткәндәрҙең ашамлығын һәм мөгөҙ борғоларын алып ҡалды. Мидйәндәрҙең тупламы аҫта, үҙәндә ине.

9 Шул төндө Раббы Гидғонға: – Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. –

10 Бер үҙең төшөргә ҡурҡһаң, үҙең менән хеҙмәтсең Пураны ал.

11 Унда нимә һөйләшкәндәрен ишетерһең, шул саҡта рухың нығыр, һәм һин тупламға һөжүм итерһең. Гидғон хеҙмәтсеһе Пура менән тупламдағы ҡораллы һаҡсылар эргәһенә төштө.

12 Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

13 Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй: – Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө.

14 Тыңлап ултырғаны уға: – Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр.

15 Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.

16 Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.

17 Уларға: – Миңә ҡарағыҙ ҙа, нимә эшләһәм, шуны эшләгеҙ, – тине. – Дошман тупламы янына килеп еткәс, һеҙ мин нимә эшләйем, шуны эшләгеҙ.

18 Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ.

19 Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы.

20 Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.

21 Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.

22 Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.

23 Нафтали, Ашер һәм бөтә Менашше ырыуынан саҡырылған исраилдар мидйәндәр артынан ҡыуа төштө.

24 Гидғон иһә бөтә Әфраим таулығына илселәр ебәрҙе: – Тауҙарығыҙҙан төшөп мидйәндәргә ҡаршы сығығыҙ. Бейт-Бараға тиклем Иордан буйҙарын ҡулда тотоғоҙ! Бөтә әфраимдар, йыйылып, Иордан буйҙарын Бейт-Бараға тиклем ҡулда тотто.

25 Мидйәндәрҙең Ғорев һәм Зеев исемле ике башлығын тотоп, Ғоревты – Ғорев ҡаяһында, Зеевты Зеев йөҙөм һыҡҡысында үлтерҙеләр һәм артабан мидйәндәрҙе ҡыуа киттеләр. Ғорев менән Зеевтың баштарын Иордан аръяғынан Гидғонға алып килеп бирҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan