Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 6 - Изге Яҙма


Гидғон

1 Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.

2 Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.

3 Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,

4 сатырҙар ҡороп урынлашып ала, Газа ҡалаһына тиклем бөтә уңышты юҡ итә, исраилдарға ашарға ризыҡ та, эре мал менән ваҡ мал да, ишәк тә ҡалдырмай.

5 Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.

6 Исраил халҡы мидйәндәр арҡаһында хәйерсе көнөнә төштө һәм Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы.

7 Исраил халҡы мидйәндәрҙән яҡлау һорап Раббыға ялбарғас,

8 Раббы Исраил халҡына бер пәйғәмбәр ебәрҙе. Пәйғәмбәр уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡтым.

9 Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем.

10 Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».

11 Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.

12 Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.

13 Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.

14 Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.

15 – Эй бөйөк Хакимым! Исраилды мин нисек ҡотҡарайым? – тип ҡаршы төштө Гидғон. – Нәҫелем дә менашшелар ырыуында иң ярлыһы, үҙем дә атам йортонда иң кесеһемен.

16 Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.

17 Быға Гидғон: – Әгәр күңелеңә хуш килгәнмен икән, минең менән ысынлап та Һин һөйләшкәнде белдергән берәй билдә бир, – тине. –

18 Һиңә бүләгемде алдыңа һалғансы бер ҡайҙа ла китмәй тор. – Ярай, – тип яуапланы ҡунаҡ, – һин әйләнеп килгәнсе ултырып торормон.

19 Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе.

20 Алла фәрештәһе уға: – Ит менән сөсө икмәгеңде бынау таш өҫтөнә һал да, һурпаны уларҙың өҫтөнә түк, – тине. Гидғон шулай эшләне.

21 Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.

22 Гидғон уның Раббы фәрештәһе булғанын аңланы ла: – Эй Раббым Хакимым! Раббы фәрештәһен йөҙмә-йөҙ күрҙем бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

23 Раббы уға: – Имен булырһың, ҡурҡма, үлмәҫһең, – тине.

24 Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.

25 Шул төндө Раббы Гидғонға былай тине: – Атайыңдың көтөүенән икенсе ете йәшлек үгеҙҙе ал. Атайыңдың Бәғелгә табына торған ҡорбан усағын емер, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһын ҡырҡып ташла.

26 Ошо ҡалҡыулыҡтың башында Аллаң Раббыға лайыҡлы ҡорбан усағы төҙө. Шунан Ашераның үҙең ҡырҡып ташлаған ҡолғаһын яғып, ете йәшлек үгеҙҙе тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.

27 Гидғон, хеҙмәтселәренән ун кеше алып, Раббы үҙенә нисек әйткән, шулай эшләне. Ләкин, үҙенең ғаиләһенән һәм ҡала кешеләренән ҡурҡҡанға күрә, быны төнөн башҡарҙы.

28 Иртәнсәк ҡала халҡы йоҡонан торһа – Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағы емерелгән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһы ҡырҡылған, яңы ҡоролған ҡорбан усағында ҡорбан үгеҙе яндырылған.

29 Улар бер-береһенән: – Быны кем эшләне икән? – тип һорай башланылар. Эҙләй, һораша торғас, быны Йоаш улы Гидғон эшләгәнен асыҡланылар.

30 Ҡала кешеләре Йоашҡа: – Улыңды алып кил. Ул Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағын емергән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһын ҡырҡып ташлаған өсөн үлергә тейеш, – тинеләр.

31 Йоаш үҙен уратып алған кешеләргә: – Һеҙгәме һуң Бәғелде араларға, һеҙгәме һуң уны яҡларға? Кем дә кем Бәғелде яҡлап сыға, таңға тиклем үлемгә дусар буласаҡ. Әгәр ул ысынлап та алла икән, үҙенең ҡорбан усағын емергән кешенән үҙе һаҡлаһын.

32 Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар.

33 Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.

34 Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе,

35 Менашше ырыуының бөтә ерҙәренә илселәр ебәрҙе, уларҙы ла эргәһенә йыйҙы. Шулай уҡ Ашер, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙарына ла илселәр юлланылар. Улар ҙа Гидғонға килеп ҡушылды.

36 Гидғон Аллаға былай тине: – Үҙең әйткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырға булһаң,

37 мин бына ошонда, ырҙында, яңы ҡырҡылған һарыҡ йөнө йәйәм. Әгәр ҙә йөн өҫтөндә генә ысыҡ булып, ер ҡоро ҡалһа, Үҙең миңә вәғәҙә иткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырыңды белермен.

38 Шулай булды ла. Гидғон иртәгәһенә иртүк тороп, ул йөндө һыға башланы һәм йөндән бер туҫтаҡ һыу сыҡты.

39 Гидғон Аллаға йәнә былай тине: – Миңә асыуланма инде, тағы бер генә нәмә һорарға рөхсәт ит. Йөн менән тағы бер һынау үткәрәйем: тотош ер өҫтөнә ысыҡ төшөп, йөн генә ҡоро ҡалһын.

40 Алла был төндә нәҡ шулай эшләне: йөн ҡоро ҡалды, ә тотош ер өҫтөнә ысыҡ төштө.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan