Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 4 - Изге Яҙма


Девора

1 Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.

2 Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.

3 Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.

4 Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине.

5 Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.

6 Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.

7 Явиндың ғәскәр башлығы Сисераны Мин яу арбалары һәм күп һанлы ғәскәре менән алдыңа, Ҡишон йылғаһына алып килеп, һинең ҡулыңа тапшырырмын».

8 Бараҡ Девораға: – Әгәр һин минең менән барһаң, барам, һин бармаһаң, бармайым, – тине.

9 – Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ. Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде.

10 Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.

11 Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.

12 Сисераға Авиноғам улы Бараҡтың Тавор тауына күтәрелеүен еткерҙеләр.

13 Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте.

14 Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.

15 Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо.

16 Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.

17 Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине.

18 Яғыл Сисераны ҡаршы алып: – Ин, әфәндем, ин беҙгә, ҡурҡма, – тине. Сисера эскә инде һәм Яғыл уның өҫтөнә балаҫ ябып ҡуйҙы.

19 Сисера унан: – Әҙерәк һыу бир әле, һыуһаным, – тип һораны. Яғыл, һөтлө турһыҡты сисеп, уға һөт эсерҙе лә йәнә балаҫты уның өҫтөнә ябып ҡуйҙы.

20 – Сатыр ауыҙына сығып тор, – тине Сисера Яғылға. – Килеп: «Унда берәйһе бармы?» – тип һораһалар, «Юҡ», – тип әйтерһең.

21 Хәвәрҙең ҡатыны Яғыл, бер ҡулына сатырҙың осло ҡаҙығын, икенсе ҡулына сүкеш алып, һиҙҙермәй генә Сисераның янына килде лә ҡаҙыҡты тегенең сикәһенән ергә ҡуша ҡаҙаны. Сисера был мәл арыуҙан йоҡлай ине. Ана шулай үлде Сисера.

22 Яғыл Сисераны баҫтырып килгән Бараҡҡа ҡаршы сығып: – Әйҙә ин, һин эҙләгән кешене күрһәтәм, – тине. Бараҡ сатырға инде. Ҡараһа, Сисера үлеп ята, сикәһенә ҡаҙыҡ ҡаҙалған.

23 Алла ул көндө Ҡәнғән батшаһы Явинды Исраил халҡына буйһонорға мәжбүр итте.

24 Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan