Хакимдар 3 - Изге ЯҙмаИлдә ҡалған ҡәүемдәр 1 Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр. 2 Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны: 3 биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр. 4 Улар ярҙамында Раббы Үҙ халҡы Исраилды һынап, Муса аша ата-бабаларына биргән бойороҡтарҙы яңы быуындың үтәү-үтәмәүен күрмәксе була. 5 Шулай итеп, исраилдар ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр араһында йәшәне, 6 уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы. Ғоҫниил – тәүге хаким 7 Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды. 8 Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды. 9 Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы. 10 Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде. 11 Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Шунан Ҡыназ улы Ғоҫниил вафат булды. Эһуд 12 Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе. 13 Ғәғлон үҙ тирәһенә ғаммондарҙы һәм ғәмәлектәрҙе туплап, исраилдарға һуғыш менән барҙы, тегеләрҙе еңеп, Хөрмәләр ҡалаһын ҡулға төшөрҙө. 14 Исраил халҡы ун һигеҙ йыл буйы Моав батшаһы Ғәғлон хакимлығы аҫтында булды. 15 Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе. 16 Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы. 17 Эһуд яһаҡты алып Моав батшаһы Ғәғлонға килде. Ғәғлон бик һимеҙ кеше ине. 18 Эһуд, бүләктәрҙе тапшырғас, уларҙы күтәреп килтерешкән кешеләрҙе оҙата китте. 19 Әммә, Гилгалдағы боттар тәңгәленә еткәс, кире боролдо. Ул Ғәғлонға: – Эй батша, минең һиңә әйтер серем бар, – тип мөрәжәғәт итте. – Шым, – тине уға Ғәғлон. Уның эргәһендә торған кешеләр бүлмәнән сыҡты. 20 Эһуд, батшаның өҫкө ҡатта урынлашҡан бүлмәһенә күтәрелеп: – Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар, – тине. Ғәғлон ултырған урынынан торҙо. 21 Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны. 22 Ҡылыс һабы менән ҡуша тегенең эсенә керҙе һәм икенсе осо арҡаһынан килеп сыҡты. Ҡылысты эс майы ҡапланы. Эһуд ҡылысты Ғәғлондың эсенән тартып алманы. 23 Шунан ул алғы яҡҡа сыҡты ла өҫкө ҡаттағы бүлмә ишеген үҙе артынан бикләп ҡуйҙы. 24 Ул сығып киткәс, Ғәғлондың хеҙмәтселәре килеп ҡараһалар, өҫкө ҡаттағы бүлмәнең ишеге бикле. – Күрәһең, үҙ хәжәте менән һалҡын бүлмәлә ултыра торғандыр, – тиеште хеҙмәтселәр. 25 Байтаҡ көтөп борсола башлағас, бер кемдең дә ишек асмағанын күреп, асҡыс килтерҙеләр һәм үҙҙәре ишекте асты. Ҡараһалар, хужалары ерҙә үлеп ята. 26 Хеҙмәтселәр һуҙмаңлап торған арала, Эһуд ҡасып өлгөрҙө, боттар эргәһенән үтеп, Сеғирә ҡалаһына барып йәшенде. 27 Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине. 28 – Тиҙерәк минең арттан! – тине Эһуд. – Раббы дошмандарығыҙ моавтарҙы һеҙҙең ҡулығыҙға тапшыра! Халыҡ, Эһуд артынан эйәреп, Иордан аша Моавҡа сыға торған кисеүҙәрҙе баҫып алды, бер кемгә лә аръяҡҡа сығырға мөмкинлек бирмәне. 29 Ошо бәрелештә улар моавтарҙың ун меңгә яҡын типһә тимер өҙөрлөк ир-атын ҡырып һалды; бер кем дә ҡасып ҡотола алманы. 30 Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты. Шамгар 31 Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia