Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 20 - Изге Яҙма


Бинйәминдәргә ҡаршы һуғыш

1 Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.

2 Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.

3 Миспалағы йыйын тураһындағы хәбәр Бинйәмин ырыуына ла барып етте. Исраилдар: – Һөйләгеҙ әле, был яуызлыҡ нисек ҡылынды? – тип һораны.

4 Теге үлгән ҡатындың ире, леви: – Мин йәриәм менән бинйәминдәр ҡалаһы Гивғала ҡунырға туҡталдым.

5 Гивға кешеләре миңә ҡаныҡты, төндә мин туҡтаған өйҙө ҡамап алды. Мине үлтерергә иттеләр, ә йәриәмде үлтергәнсе көсләнеләр.

6 Исраил ерендә оят, әшәке эш ҡылынды! Шуның өсөн мин йәриәмде киҫәктәргә бүлгесләнем дә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙем.

7 Ә хәҙер, эй һеҙ, бөтә исраилдар, кәңәш бирегеҙ һәм хәл итегеҙ, – тине.

8 Бөтә халыҡ бер кешеләй булып ошолай ҡарар итте: – Беребеҙ ҙә сатырыбыҙға ҡайтмайбыҙ, өйҙәребеҙгә таралышмайбыҙ.

9 Беҙ хәҙер Гивға менән бына нимә эшләйбеҙ: йәрәбә һалып,

10 бөтә Исраил ырыуҙарынан йөҙ кешенең тиҫтәһен, мең кешенең йөҙөн, ун мең кешенең меңен алып, уларға Исраилда ҡылған әшәке эше өсөн бинйәминдәр Гивғаһына яза бирергә бара торған ғәскәргә аҙыҡ килтерергә ҡушабыҙ, – тине.

11 Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы бер булып Гивға ҡалаһына ҡаршы күтәрелде.

12 Исраил ырыуҙары бөтә Бинйәмин ырыуы буйлап: «Нисек һеҙ шундай яуызлыҡ ҡыла алдығыҙ?

13 Гивғалағы теге ҡәбәхәттәрҙе тотоп бирегеҙ. Беҙ уларҙы үлтереп, Исраилда яманлыҡтың тамырын ҡоротабыҙ», – тип әйтергә илселәрен ебәрҙе. Ләкин Бинйәмин ырыуы үҙҙәренең туғандары булған исраилдарҙың әйткәнен тыңларға теләмәне.

14 Улар Исраил халҡына ҡаршы һуғышыр өсөн үҙҙәренең ҡалаларынан Гивғаға йыйылды.

15 Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар.

16 Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.

17 Исраил халҡы иһә, Бинйәмин ырыуынан башҡа, ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең кеше йыйҙы. Улар барыһы ла оҫта яугир ине.

18 Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.

19 Иртәгәһен исраилдар килеп Гивға эргәһендә туплам булып урынлашты.

20 Улар Бинйәмин ырыуы менән алышыр өсөн Гивға ҡалаһы ҡаршыһында сафҡа теҙелде.

21 Бинйәмин яугирҙәре Гивғанан сығып Исраил ғәскәренә һөжүм итте һәм ул көндө егерме ике мең Исраил һуғышсыһын үлтерҙе.

22-23 Исраил ғәскәре Раббы хозурына барып, кискә тиклем күҙ йәше түкте һәм Унан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин халҡы менән тағы алышайыҡмы? – тип һораны. – Эйе, алышты дауам итегеҙ, – тип яуапланы Раббы. Икенсе көндө исраилдар күтәренке рух менән әүәлге урындарына теҙелешеп баҫты.

24 Шулай итеп, исраилдар тағы Бинйәмин яугирҙәренә ҡаршы күтәрелде.

25 Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр.

26 Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.

27-28 Алланың Килешеү һандығы ул дәүерҙә шунда – Бейт-Илдә тора, Һарун улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас шул һандыҡ янында хеҙмәт итә ине. Исраил ғәскәре Раббынан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин ырыуына ҡаршы һуғышты дауам итергәме беҙгә? – тип һораны. – Дауам итегеҙ. Мин иртәгә уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырам, – тине Раббы.

29 Исраил ғәскәре Гивға тирәләй боҫҡон ҡорҙо.

30 Үҙҙәре иһә өсөнсө көнөнә лә Бинйәмин һуғышсыларына ҡаршы күтәрелде һәм элекке шикелле Гивға ҡаршыһында сафҡа теҙелде.

31 Бинйәмин һуғышсылары алышырға сыҡты һәм, Исраил ғәскәрен ҡыуып килеп, ҡаланан алыҫлашты. Улар элекке һымаҡ исраилдарҙы ҡыра башланы, береһе Бейт-Илгә, икенсеһе ялан буйлап Гивғаға барған юлдарҙа һәм асыҡ урында утыҙға яҡын яугирен үлтерҙе.

32 Бинйәмин яугирҙәре: «Беҙ уларҙы әүәлгесә ҡырабыҙ», – тип уйланы. Исраилдар иһә бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, уларҙан ҡасайыҡ та ҡаланан алыҫҡа, юлдарға алып китәйек, – тине.

33 Исраилдарҙың төп көсө Бәғел-Тамарға күсте, Гивғаның көнбайышында боҫҡонда ятҡан яугирҙәр йәшеренгән урынынан Гивғаға ынтылды.

34 Исраил ғәскәренең ун мең һайланма яугире Гивғаға һөжүм итте һәм аяуһыҙ алыш башланды. Бинйәмин ырыуы һуғышсылары афәт килгәнен аңғармай ине әле.

35 Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе.

36 Бинйәминдәр үҙҙәренең еңелгәнен аңланы. Был хәл шулай була: Гивға янында боҫҡонда ятҡан һуғышсыларға ышанған исраилдар Бинйәмин ғәскәре алдында сигенә бирә.

37 Боҫҡондағылар иһә сығып Гивғаға уҡтала, уны баҫып ала һәм ундағы бөтә халыҡты ҡылыстан үткәрә.

38 Исраил ғәскәре менән боҫҡондағы яугирҙәр үҙ-ара алдан килешеп ҡуя: ҡала өҫтөндә ҡуйы төтөн күренеү менән,

39 төп көстәр кире боролоп һуғышҡа инергә тейеш була. Шул арала бинйәминдәр утыҙлап Исраил яугирен үлтергән була. Шуға күрә улар: «Исраилдар элекке алыштарҙағы шикелле тар-мар ителде», – тип уйлай.

40 Бына ҡала өҫтөндә төтөн бағанаһы күтәрелә. Бинйәмин яугирҙәре артҡа боролоп ҡараһа, уларҙың ҡалаһы тотош янғын эсендә, уның төтөнө күккә олғаша!

41 Исраил ғәскәренең төп көстәре кирегә боролоуға, Бинйәмин һуғышсылары ҡурҡыуға төшә, сөнки афәт килгәнен аңлайҙар.

42 Бинйәмин ғәскәре исраилдарҙан юл буйлап сүлгә табан ҡаса башлай, ләкин исраилдар улар артынан ҡыуа төшә. Ҡала яғынан исраилдар килеп етә һәм дошманды ҡырырға тотона.

43 Исраил ғәскәре Бинйәмин яугирҙәрен ҡамауға алып, Гивғаның көнсығышындағы ерҙәргә тиклем туҡтауһыҙ эҙәрләп бара.

44 Бинйәмин ырыуынан ун һигеҙ мең кеше һәләк була. Улар барыһы ла ғәййәр һуғышсылар була.

45 Ҡалғандар боролоп сүлгә, Риммон ҡаяһы яғына, ҡаса. Исраилдар юлдарҙа уларҙың тағы биш меңен юҡ итә, улар артынан Гидғомға тиклем ҡыуа бара һәм йәнә ике меңен үлтерә.

46 Ул көнө һәләк булған Бинйәмин яугирҙәре егерме биш мең кеше була. Һәммәһе лә – ҡулына ҡылыс тотҡан батыр һуғышсылар.

47 Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.

48 Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan