Хакимдар 19 - Изге ЯҙмаЛеви нәҫеленән берәү һәм уның йәриәһе 1 Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды. 2 Был йәриә, уға асыуланып, атаһы йортона, Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәмгә ҡайтып китте. Ул дүрт ай килмәй торғас, 3 ир, өгөтләп кире алып ҡайтыр өсөн, уның янына китте. Үҙе менән хеҙмәтсеһен һәм ике ишәген алды. Йәриәһе ирен атаһының йортона алып инде. Йәш ҡатындың атаһы, кейәүен шатланып ҡаршыланы 4 һәм үҙендә ебәрмәй тотто. Кейәү кеше ҡайныһында өс төн ҡунды, ашаны-эсте. 5 Дүртенсе көндө иртүк торҙолар, кейәү кеше ҡайтырға йыйынды. Ҡайныһы кейәүенә: – Юлға сығыр алдынан тамаҡ туйҙырып ал, шунан китерһегеҙ, – тине. 6 Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны. 7 Леви юлға йыйынғайны ла, ҡайныһы ай-вайына ҡуймай алып ҡалды. 8 Бишенсе көнөнә иртүк тороп ҡайтырға булды, ләкин ҡайныһы тағы: – Тамаҡ туйҙырып ал, төштән һуң ҡайтырһығыҙ әле, – тине. Ирҙәр тағы икәүләшеп ашаны-эсте. 9 Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине. 10 Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте. 11 Улар Йевусҡа етеп килгәндә, көн кисләгәйне инде. Хеҙмәтсеһе хужаһына: – Әйҙә, ошо йевусиҙәр ҡалаһында ҡунайыҡ, – тине. 12 Ләкин хужаһы: – Юҡ, сит ҡәбилә кешеләренә бармайыҡ, улар бит исраилдарҙан түгел. Әйҙә, Гивғаға барып етеп ҡунайыҡ, – тине. Шунан: 13 – Гивғаға йә Рамаға барып етәйек тә икеһенең береһендә ҡунырбыҙ, – тип өҫтәне. 14 Улар ары китте. Бинйәминдәр ырыуының Гивға ҡалаһына етәрәк, ҡояш байыны. 15 Юлаусылар, ҡунып сығыр өсөн, Гивғаға боролдо. Ҡалаға килеп еткәс, улар ҡала майҙанына барып ултырҙы, ләкин ҡунырға саҡырған кеше булманы. 16 Бына бер ҡарт кисләп кенә баҫыуҙан эштән ҡайтып килә ине. Ул үҙе тыумышы менән Әфраим тауҙарынан булып, Гивғала йәшәй торғайны. Был ерҙә йәшәүселәр Бинйәмин ырыуынан ине. 17 Ҡала майҙанында ултырған мосафирҙы күреп, ҡарт: – Ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. 18 – Беҙ Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән минең төйәгем булған Әфраим таулығының алыҫ битләүенә ҡайтып барабыҙ. Мин Йәһүҙә Бейт-Ләхәменә барғайным. Хәҙер, юл ыңғайында Раббы йортона ғибәҙәт ҡылып китмәксебеҙ, әммә бындағыларҙың береһе лә ҡунырға саҡырмай, – тине. 19 – Үҙебеҙ менән ишәктәребеҙ өсөн һаламыбыҙ ҙа, аҙығыбыҙ ҙа бар. Беҙҙең, һинең ҡолдарыңдың, ашар ризығы ла, эсәр шарабы ла бар – үҙемә лә, бына был ҡатынға, һинең ҡолиәңә лә, хеҙмәтсемә лә етерлек. Һис нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ. 20 – Өйөмә рәхим итегеҙ. Нимә кәрәк булһа, шуны үҙем хәстәрләрмен. Тик майҙанда ғына ҡуна күрмәгеҙ, – тине уға ҡарт. 21 Ҡарт уларҙы өйөнә алып ҡайтты, ишәктәренә ашарға һалды. Мосафирҙар иһә, аяҡтарын йыуып, ашарға ултырҙы. 22 Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар. 23 Йорт хужаһы улар эргәһенә сығып: – Юҡ, туғандар, ундай енәйәт эш ҡылмағыҙ. Ул бит минең ҡунағым, әшәкелек ҡылмағыҙ, – тине. – 24 Ана минең үҙемдең ир ҡулы ҡағылмаған ҡыҙым, ә был кешенең йәриәһе бар, шуларҙы сығарам. Уларҙы көсләгеҙ, теләһә ни эшләгеҙ, тик минең ҡунағыма ундай әшәкелек эшләмәгеҙ. 25 Ләкин тегеләр уны тыңларға ла теләмәне. Шунан леви йәриәһен улар янына сығарып ебәрҙе. Теге ирҙәр төнө буйы ҡатынды көсләне, мыҫҡыл итте, таң беленгәс кенә ҡайтарып ебәрҙеләр. 26 Ҡатын таң алдынан хужаһы ҡуна ҡалған кешенең ишек төбөнә барып йығылды һәм ҡояш сыҡҡансы шунда ятты. 27 Иртәнсәк хужаһы, юлға сыҡмаҡсы булып, ишек асты. Ҡараһа, йәриәһе, ҡулдарын тупһаға һалған килеш, ишек төбөндә ята. 28 Ул ҡатынға: – Тор, әйҙә китәйек, – тине. Ләкин яуап булманы. Ир уны ишәк өҫтөнә һалды ла ҡайтыр юлға сыҡты. 29 Өйөнә ҡайтып еткәс, бысаҡ алып йәриәһенең үле кәүҙәһен ун ике өлөшкә киҫкеләне лә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙе. 30 Быны күргән һәр кем: – Исраил халҡы Мысыр еренән сыҡҡан замандан алып бөгөнгә тиклем бындай хәлдең булғаны ла, күрелгәне лә юҡ ине, – тине. – Ҡарайыҡ, уйлайыҡ, берәй ҡарар ҡабул итәйек. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia