Хакимдар 16 - Изге ЯҙмаШимшон менән Делила 1 Бер көндө Шимшон Газа ҡалаһына барҙы һәм, бер фәхишә ҡатынды күреп, уға инде. 2 Газала йәшәүселәр Шимшон килгәнен белгәс, шул урынды ҡамап алдылар, уны көтөп, төнө буйы ҡала ҡапҡаһы янында һаҡлап торҙолар. – Таң атһын да, үлтерербеҙ, – тинеләр. 3 Шимшон иһә төн уртаһына тиклем генә йоҡланы. Төн уртаһында торҙо, ҡала ҡапҡаһының бағаналарын тотто ла, ҡапҡаны биге, яңағы-ние менән аҡтарып алды. Уны, яурынына һалып, Хеврон ҡаршыһындағы тау башына мендереп ташланы. 4 Күпмелер ваҡыт үткәс, Шимшон Сореҡ үҙәнендә йәшәгән Делила исемле бер ҡатынға ғашиҡ булды. 5 Пелешти бейҙәре был ҡатынға килеп: – Уның еңелмәҫ көсө нимәлә икәнен ипләп кенә белеш. Бәйләп һалып буйһондорор өсөн уны нисек еңергә икән? Ә беҙ һиңә һәр ҡайһыбыҙ бер мең дә бер йөҙ шекел көмөш аҡса бирербеҙ, – тине. 6 Делила Шимшондан: – Әйт әле миңә, һинең көсөң нимәлә? Буйһондорор өсөн һине нимә менән бәйләргә? – тип һораны. 7 Шимшон уға: – Әгәр ҙә мине ете ҡат әле кибеп бөтмәгән кереш менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. 8 Пелешти бейҙәре Делилаға ете ҡат әле кибеп бөтмәгән сей кереш килтерҙеләр. Делила уның менән Шимшонды бәйләне. 9 Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Делила: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тигәйне, Шимшон, сүс епте ялҡын өҙгән һымаҡ ҡына итеп, кереште өҙөп ташланы – уның көсөнөң сере асылмай ҡалды. 10 – Һин мине алдағанһың, дөрөҫөн әйтмәгәнһең, – тине Делила Шимшонға. – Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? 11 Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. 12 Делила өр-яңы бауҙар алып килеп уның менән Шимшонды бәйләне лә: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Шимшон үҙенең ҡулынан бауҙы ептәй өҙөп ташланы. 13 Делила Шимшонға: – Һин мине һаман алдайһың, дөрөҫөн әйтмәйһең. Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? – тине. Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә туҡыу станында туҡыманың арҡау ебенә ете тотам сәсемде ҡушып туҡыма һуҡһаң һәм уны ҡаҙаҡ менән беркетеп ҡуйһаң, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. 14 Шимшон йоҡлап киткәс, Делила арҡау ебенә уның ете тотам сәсен ҡушып туҡыма һуҡты ла, уны ҡаҙаҡ менән беркетеп: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Шимшон йоҡоһонан уянды ла ҡаҙауҙы йолҡоп алып туҡыу станын туҡымаһы-ние менән һурып алды. 15 Делила уға: – Нисек инде һин мине яратам тиһең, күңелең менән әллә ҡайҙаһың? Бына һин мине өс мәртәбә алданың, бындай ғәләмәт көсөңдөң сере нимәлә икәнен асманың, – тине. 16 Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө. 17 Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. 18 Делила, Шимшондың уға серен асҡанын аңланы ла, кеше ебәреп, пелешти бейҙәрен саҡырҙы. – Тағы бер тапҡыр килегеҙ, ул миңә серен асты, – тине. Пелешти хакимдары, көмөштәрен алып, уның янына килде. 19 Делила Шимшонды тубығына һалып йоҡлатты ла, кеше саҡырып, Шимшондың башындағы ете тотам сәсен ҡырҡып алырға ҡушты. Шимшон хәлһеҙләнә башланы һәм уның көсө бөттө. 20 – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне. 21 Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе. 22 Шул арала Шимшондың башындағы ҡырҡылған сәс үҫә башланы. Шимшондың һуңғы батырлығы 23 Пелешти бейҙәре, үҙ илаһтары Дагонға ҙур ҡорбан килтереп, күңел асырға йыйылды. Улар: – Илаһыбыҙ дошманыбыҙ Шимшонды ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тиештеләр. 24 Шимшонды күреп, халыҡ үҙ илаһтарын данларға кереште: – Илаһыбыҙ беҙҙең дошманды, күптәребеҙҙе харап иткән, еребеҙҙе бөлдөргән кешене ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тине. 25 Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар. 26 Шимшон үҙен етәкләп йөрөгән егеткә: – Мине йортто терәтеп торған бағаналар янына алып бар әле, уларға һөйәнеп торайым, – тине. 27 Йорт эсе тулы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә пелешти бейҙәре лә шунда. Мәҙәк ҡорған Шимшонды ҡарарға йорт ҡыйығына менгән өс меңләп ир һәм ҡатын-ҡыҙ бар ине. 28 Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине. 29 Шимшон йортто тотоп торған ике урта бағананы һәрмәп тапты ла, ике ҡуллап: уң ҡулы менән бер бағанаға, һулы менән икенсеһенә ныҡлап терәлде. 30 – Әйҙә пелештиҙәр менән бергә үләйем! – тип ҡысҡырып бөтә көсө менән бағанаға эткәйне, йорт пелешти бейҙәре һәм тотош халыҡ өҫтөнә емерелеп төштө. Шимшон үҙе менән ҡуша үлтергән кешеләр һаны ғүмере буйына үлтергәндән күберәк булды. 31 Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia