Хакимдар 14 - Изге ЯҙмаШимшондың өйләнеүе 1 Көндәрҙән бер көндө Тимна ҡалаһына барғас, Шимшон бер пелешти ҡыҙын күрҙе. 2 Өйөнә ҡайтҡас, атаһы менән әсәһенә: – Мин Тимнала бер пелешти ҡыҙын күрҙем. Уны миңә кәләш итеп алып бирегеҙ, – тине. 3 Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине. 4 Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине. 5 Шимшон атаһы һәм әсәһе менән Тимнаға китте. Тимнаның йөҙөм баҡсаларына етәрәк, бер йәш арыҫлан ырылдап ҡаршы сыҡты. 6 Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы. 7 Тимнаға килгәс, Шимшон ҡыҙ менән күрешеп һөйләште, ҡыҙ уны бик оҡшатты. 8 Күпмелер ваҡыттан һуң, Шимшон ҡыҙҙы кәләш итеп алыр өсөн яңынан Тимнаға китте һәм юл ыңғай арыҫландың үләкһәһен ҡарарға боролдо. Емтек эсенә ҡорт күсе оялағайны һәм бал йыйғайны. 9 Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне. 10 Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо. 11 Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы. 12 Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен. 13 Әгәр ҙә йомаҡты сисә алмаһағыҙ, миңә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирерһегеҙ. – Йомағыңды әйт, тыңлап ҡарайыҡ, – тине тегеләр. 14 Шимшон йомағын әйтте: – Ашаусының эсенән ашамлыҡ сыҡты, Көслөнөң эсенән татлы сыҡты. Йомаҡты өс көн сисә алманылар. 15 Дүртенсе көнөнә улар Шимшондың кәләшенә: – Яйлап-майлап ҡына иреңдән йомаҡтың яуабын әйттер, юҡһа үҙеңде лә, атаң йортон да яндырабыҙ. Һеҙ беҙҙе талар өсөн саҡырҙығыҙмы әллә? – тинеләр. 16 Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон. 17 Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе. 18 Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы. 19 Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте. 20 Ә Шимшондың ҡатыны уға кейәү егете итеп беркетелгән егеттәрҙең береһенә бирелде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia