Хакимдар 11 - Изге Яҙма1 Ғилғәд кешеһе Ифтах ҡаһарман һуғышсы ине. Ул бер фәхишә ҡатындан тыуғайны. Атаһының исеме Ғилғәд ине. 2 Ғилғәдтең ҡатыны ла уға улдар табып бирҙе. Был улдар, ир ҡорона кергәс, Ифтахты ҡыуып ебәрҙе: – Һин беҙҙең атайыбыҙ йортонда вариҫ түгел, сөнки һин бүтән ҡатындан тыуғанһың, – тинеләр уға. 3 Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар. 4 Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде. 5 Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде. 6 Улар Ифтахҡа: – Ҡайт, беҙҙең башлығыбыҙ бул, беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бар, – тинеләр. 7 Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына: – Мине күрә алмайынса, атам йортонан ҡыуып сығарған һеҙ түгелме ни? Башығыҙға афәт төшкәс, минең яныма килергә булдығыҙмы ни? – тип яуапланы. 8 Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Шулай ҙа беҙ һине, беҙҙең менән барып, ғаммондарға ҡаршы һуғыш, тип, бөтә Ғилғәд кешеләре өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйырға килдек, – тинеләр. 9 – Ярар, – тип яуап ҡайтарҙы Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына. – Әгәр мин ҡайтып һеҙ һорағанса ғаммондарға ҡаршы һуғышһам, Раббы уларҙы ҡулыма тапшырған хәлдә, мин ысынлап та һеҙгә башлыҡ булырмынмы? 10 Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Раббы Үҙе шаһит, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, – тинеләр. 11 Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы. 12 Шунан ул: «Һиңә минән нимә кәрәк? Ниңә һин минең еремә һуғышырға килдең?» – тигән һорау менән Ғаммон батшаһына илселәр ебәрҙе. 13 Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты. 14 Ифтах илселәрен Ғаммон батшаһына икенсе мәртәбә ебәреп 15 әйтте: «Ифтах бына нимә ти: исраилдар Моав һәм Ғаммон ерҙәрен тартып алманы, 16 сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр. 17 Унан: „Ерең аша үтеп китергә рөхсәт итһәң ине“, – тип Эдом батшаһына илселәр ебәрҙеләр. Ләкин Эдом батшаһы рөхсәт бирмәне. Исраилдар Моав батшаһына ла илселәр ебәреп ҡаранылар, ләкин, уныһы ла риза булмағанға күрә, Ҡадешта ҡалдылар. 18 Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге. 19 Һуңынан Хешбонда хакимлыҡ иткән әмөри батшаһы Сихонға илселәр ебәреп: „Беҙгә һинең ерең аша үҙ еребеҙгә үтеп китергә рөхсәт ит“, – тип һоранылар. 20 Ләкин Сихон исраилдарға үҙ ере аша үтергә рөхсәт итмәне. Ул, үҙенең бөтә халҡын йыйып, Яһаста туплам ҡорҙо һәм исраилдарға һөжүм итте. 21 Исраил Аллаһы Раббы Сихонды һәм уның бөтә ғәскәрен исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, уларҙы еңеп, ошо илдә йәшәгән әмөри халҡының бөтә ерҙәрен алды. 22 Улар Арнондан алып Яббоҡҡа тиклем, сүллектән алып Иорданға тиклем бөтә әмөри ерҙәренә эйә булды. 23 Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме? 24 Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ! 25 Сиппор улы Балаҡтан, Моав иленең батшаһынан, ни ерең өҫтөн һинең? Ул ана Исраил менән дошманлашманы ла, һуғышманы ла. 26 Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ? 27 Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!» Ифтахтың әйткән нәҙере 28 Ләкин Ғаммон батшаһы Ифтахтың уға ебәргән хәбәренә ҡолаҡ һалманы. 29 Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде. 30 Ифтах Раббыға нәҙер әйтте: – Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң, 31 еңеү яулап ҡайтҡан сағымда өйөмдөң ишегенән миңә ҡаршы беренсе булып сыҡҡан йән эйәһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Һиңә бағышлар инем! – тине. 32 Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы. 33 Ифтах уларҙы ҡырып һалды, Ғароғерҙан Минниҫтың тирә-яғына һәм Авел-Керамимға тиклем егерме ҡаланы юҡ итте. Ғаммондар Исраил халҡына буйһондо. 34 Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине. 35 Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине. 36 Ҡыҙы уға: – Атаҡайым, Раббыға нәҙер биргәнһең икән, минең менән Уға ант иткәнсә эшлә. Раббы дошмандарың ғаммондарҙан һинең үсеңде алды бит, – тине. 37 Шунан: – Тик бер теләгем бар: һин мине бары ике айға ғына сығарып ебәр – мин, әхирәттәрем менән тауҙарға менеп, яҙмышым өсөн, ир ҡатыны була алмаясағым өсөн күҙ йәше түгәйем, – тип өҫтәне. 38 – Бар, – тине атаһы һәм ҡыҙын ике айға сығарып ебәрҙе. Ҡыҙ әхирәттәре менән тауҙарҙа яҙмышы өсөн, ир ҡатыны була алмаясағы өсөн күҙ йәше түкте. 39 Ике ай үткәс, ҡыҙы атаһы янына әйләнеп ҡайтты һәм атаһы әйткән нәҙерен үтәне. Ҡыҙ саф, ғиффәтле ине. Ошонан һуң Исраилда бер йола барлыҡҡа килде: 40 Исраил ҡыҙҙары, йыл һайын өйҙән китеп, дүрт көн буйы Ғилғәд улы Ифтахтың ҡыҙын хәтергә алып йәш түгә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia