Хаггай 1 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлим ҡорамын ҡайтанан төҙөү хаҡында бойороҡ 1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды: 2 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был халыҡ, Раббы йортон төҙөргә ваҡыт етмәне әле, – тип әйтә». 3 Бына Раббы Хаггай пәйғәмбәр аша ошондай һүҙ еткерҙе: 4 – Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме? 5 Шуға былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ, 6 Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек». 7 Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ! 8 Тауға сығып ағас әҙерләгеҙ, Минең күңелемә хуш килерлек, Мине данларлыҡ йорт төҙөгөҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – 9 Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ. 10 Шул арҡала күк һеҙгә ысығын, Ер уңышын бирмәй. 11 Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем». Ҡорамды аяҡҡа баҫтыра башлау 12 Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты. 13 Раббы илсеһе Хаггай халыҡҡа Раббы һүҙен еткереп былай тине: – Мин һеҙҙең менән, – ти Раббы. 14-15 Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia