Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 34 - Изге Яҙма


Мусаның вафаты

1 Муса Моав тигеҙлегенән Нево тауына, Йерихо ҡаршыһындағы Писга түбәһенә күтәрелде. Раббы уға бөтә ерҙәрҙе күрһәтте: Данға тиклем һуҙылған Ғилғәдте,

2-3 Нафтали ерен, Әфраим менән Менашшеның ерҙәрен, Йәһүҙәнең көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылған бөтә биләмәләрен, Негевты, хөрмәләр ҡалаһы Йерихонан Соғарға тиклем һуҙылған тигеҙлекте күрһәтте.

4 Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.

5 Раббының һүҙе буйынса, Раббы ҡоло Муса шунда, Моав ерендә, вафат булды.

6 Раббы уны Моав ерендәге Бейт-Пеғор ҡалаһы эргәһендәге үҙәндә ерләне. Бөгөнгө көнгә тиклем бер кем дә уның ҡәберенең ҡайҙа икәнен белмәй.

7 Вафат булғанда Мусаға йөҙ егерме йәш ине, әммә уның күҙҙәренең нуры ҡайтманы, тәненең көсө кәмемәне.

8 Исраил халҡы Моав тигеҙлегендә Муса өсөн утыҙ көн йәш түкте. Бына Муса өсөн матәм көндәре лә үтеп китте.

9 Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.

10 Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы.

11 Раббы уны Мысыр иленең батшаһы фирғәүенгә, уның ҡолдарына, иленә хикмәттәр һәм мөғжизәләр эшләргә ебәргәйне.

12 Башҡа бер пәйғәмбәр ҙә, бер ҡасан да Исраил халҡының күҙ алдында Муса кеүек шундай бөйөк һәм дәһшәтле ғәмәлдәр ҡылманы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan