Ҡанун 3 - Изге ЯҙмаИсраилдарҙың Башан батшаһы Ғоғты ҡыйратыуы 1 Артабан беҙ, боролоп, Башанға бара торған юл менән киттек. Башан батшаһы Ғоғ бөтә ғәскәре менән Әдрәғи ҡалаһы янында беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡты. 2 Раббы миңә: «Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең». 3 Аллабыҙ Раббы Башан батшаһы Ғоғты бөтә ғәскәре менән ҡулыбыҙға тапшырҙы һәм беҙ уларҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырҙыҡ. 4 Ул саҡта беҙ Ғоғтың барлыҡ ҡалаларын яулап алдыҡ. Беҙ ҡулға төшөрмәгән бер генә ҡалаһы ла ҡалманы. Башан батшалығында беҙ Ғоғтың алтмыш ҡалаһын, Аргов төбәген тулыһынса алдыҡ. 5 Был ҡалаларҙың барыһы ла бейек диуарҙар, ҡапҡалар һәм арҡыры һайғауҙар менән нығытылғайны, арала нығытмаһыҙ бик күп ҡалалар ҙа бар ине. 6 Хешбон батшаһы Сихонды нимә эшләтһәк, бында ла шулай булды: уларҙы харам ҡылдыҡ һәм юҡҡа сығарҙыҡ. Һәр ҡаланы ирҙәре, ҡатындары һәм балалары менән бергә тулыһынса һәләк иттек. 7 Ә мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты үҙебеҙгә алдыҡ. 8 Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ. 9 (Сидон халҡы Хермонды – Сирйон, ә әмөри халҡы Сенир тип йөрөтә.) 10 Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк. 11 Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк. Иордан йылғаһынан көнсығышта урынлашҡан ырыуҙар 12 Ул осорҙа яулап алынған ерҙе – Арнон үҙәненең ситендә урынлашҡан Ғароғер ҡалаһынан башланған өлкәне, таулы Ғилғәд еренең яртыһын мин ҡалалары менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына бирҙем. 13 Ә Ғилғәдтең ҡалған өлөшөн һәм тотош Башанды – Ғоғтың батшалығын – Менашше ырыуының яртыһына бирҙем. (Элек Аргов төбәге – тотош Башан – рефалар ере тип йөрөтөлә ине. 14 Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.) 15 Махирға Ғилғәдте бирҙем. 16 Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына Ғилғәдтән Арнон үҙәненә тиклем һуҙылған ерҙәрҙе бирҙем. Бер яҡтан уның сиге Арнон үҙәненең уртаһынан үтә, ә ғаммондар менән сиктәре иһә Яббоҡ йылғаһы ине. 17 Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған. 18 Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ. 19 Мин һеҙгә биргән ҡалаларҙа бары тик ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм малдарығыҙ ғына – беләм, малдарығыҙ ишле – ҡалһын. 20 Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ». Раббы Мусаның Ҡәнғән еренә инмәйәсәген белдерә 21 Шул ваҡытта мин Йушағҡа әмер биреп әйттем: «Аллағыҙ Раббының был ике батшаның башына ниҙәр килтергәнен үҙ күҙҙәрең менән күрҙең. Раббы һин үтәсәк бөтә батшалыҡтар менән дә шулай уҡ эшләр. 22 Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ». 23 Шунан Раббыға ялбарҙым: 24 «Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң? 25 Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе». 26 Тик Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыулы ине, ялбарыуыма ҡолаҡ һалманы. «Етер, – тине. – Башҡаса Миңә был турала өндәшмә. 27 Писга тауына мен. Көнбайышҡа, төньяҡҡа, көньяҡҡа һәм көнсығышҡа баҡ. Үҙ күҙҙәрең менән күр, сөнки һин Иордан аръяғына сыҡмаясаҡһың. 28 Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк». 29 Беҙ Бейт-Пеғор ҡаршыһындағы үҙәндә туҡталдыҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia