Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 29 - Изге Яҙма


Килешеү хаҡында өгөт-нәсихәт

1 Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.

2 Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.

3 Бөйөк һәм ауыр һынауҙарҙы, ғәжәйеп хикмәттәрҙе һәм мөғжизәләрҙе үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ.

4 Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.

5 «Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. –

6 Икмәк ашаманығыҙ, шарап та, хәмер ҙә эсмәнегеҙ. Быларҙың барыһын да Минең Аллағыҙ Раббы икәнемде аңлауығыҙ өсөн эшләнем».

7 Был урынға килгәс, беҙгә ҡаршы һуғышыр өсөн Хешбон батшаһы Сихон менән Башан батшаһы Ғоғ сыҡты. Беҙ уларҙы ҡыйраттыҡ.

8 Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек.

9 Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.

10-11 Бөгөн барсағыҙ ҙа: ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдар, етәкселәр, Исраилдың бөтә ирҙәре, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, арағыҙҙа йәшәгән һәм утынығыҙҙы ҡырҡҡан, һыуығыҙҙы ташыған килмешәктәр – Аллағыҙ Раббы алдында тораһығыҙ.

12 Аллағыҙ Раббының бөгөн һеҙҙең менән төҙөйәсәк антлы килешеүен ҡабул итер өсөн тораһығыҙ һеҙ.

13 Һеҙгә әйткәнсә һәм ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа вәғәҙә иткәнсә, Аллағыҙ Раббы бөгөн һеҙҙе Үҙенең халҡы, ә Үҙен һеҙҙең Аллағыҙ итеп белдерә.

14-15 Был антлашып төҙөлгән килешеүҙе Ул бер һеҙҙең менән, Аллабыҙ Раббы хозурында торғандар менән генә түгел, ә киләсәк быуындар менән дә беркетә.

16 Мысырҙа нисек йәшәгәнебеҙҙе, төрлө ҡәүемдәр араһынан бында нисек килгәнебеҙҙе беләһегеҙ.

17 Уларҙың әшәке нәмәләрен – ағастан, таштан, алтындан, көмөштән яһалған боттарын күрҙегеҙ.

18 Бөгөн арағыҙҙа был ҡәүемдәрҙең илаһтарына табыныр өсөн Аллабыҙ Раббынан ситләшкән ир ҙә, ҡатын да, нәҫел дә, ырыу ҙа булмаһын, арағыҙҙа ағыу һәм әрем үҫтереүсе тамыр булмаһын.

19 Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.

20 Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.

21 Был ҡанун китабында яҙылған килешеүҙәге ҡарғыштарға ярашлы рәүештә Раббы уны һәләк итер өсөн Исраилдың бөтә ырыуҙарынан айырып алыр.

22 Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер:

23 бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.

24 Бар ҡәүемдәр: «Раббы ни өсөн был илгә шулай эшләне? – тип һорар. – Был дәһшәтле асыуҙың сәбәбе ниҙә?»

25 Яуап шулай булыр: «Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларҙы Мысырҙан сығарғанда үҙ-ара төҙөшкән килешеүҙе тотманылар.

26 Үҙҙәре белмәгән, Раббы тәҡдим итмәгән башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә һәм табына башланылар.

27 Шуның өсөн был илгә Раббының асыуы ялҡынланды һәм уны был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарға дусар итте.

28 Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».

29 Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan