Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 25 - Изге Яҙма

1 Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.

2 Әгәр ғәйепле кеше һуҡтырыуға лайыҡлы булһа, хөкөмдар уны ергә ятҡырһын һәм үҙенең күҙ алдында ғәйебенә күрә һанап һуҡтырһын.

3 Ҡырҡ тапҡыр һуҡтырырға мөмкин, тик шунан артмаһын. Сөнки артығын һуғыуҙан ҡәрҙәшегеҙ бөтә кешенең күҙ алдында кәмһетелгән хәлдә ҡалыр.

4 Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма.

5 Әгәр ағалы-энеле бергә йәшәп, береһе балаһы булмайынса үлеп китһә, уның тол ҡатыны ситкә кейәүгә сығырға тейеш түгел. Ҡәйнеше уға өйләнһен һәм уның менән йәшәһен. Шулай итеп, ул үлгән туғанының ҡатыны алдындағы бурысын үтәр.

6 Ә ул ҡатын тапҡан беренсе ир бала үлгән туғанының исемен ала. Уның исеме Исраилда юғалып ҡалмаһын тип эшләнә был.

7 Әгәр ҙә был кеше туғанының тол ҡалған ҡатынына өйләнергә теләмәһә, ҡатын, ҡала ҡапҡаһы янына барып, аҡһаҡалдарға: «Ҡәйнешем Исраилда туғанының исемен йәшәтеүҙән баш тарта, минең алдағы бурысын үтәмәй», – тип әйтһен.

8 Ул саҡта аҡһаҡалдар, теге кешене саҡырып алып, өгөтләргә тейеш. Ул үҙенекендә ныҡ тороп: «Уға өйләнергә теләмәйем», – тиһә,

9 еңгәһе аҡһаҡалдар алдына ҡәйнеше янына барһын да уның аяҡ кейемен систерһен һәм, йөҙөнә төкөрөп: «Туғанының нәҫелен дауам иттерергә теләмәгән кешене бына шулай итәләр», – тиһен.

10 Был кешенең ғаиләһе Исраилда «Аяҡ кейеме систерелгәндең ғаиләһе» тип аталыр.

11 Әгәр ике ир һуғышҡанда, береһенең ҡатыны ирен айырып алыр өсөн ҡулын һуҙып туҡмаусының ирлек ағзаһынан тарта икән,

12 ул ҡатындың ҡулын ҡырҡ, йәлләп торма.

13 Янсығыңда береһе ауыр, береһе еңел тартҡан ике төрлө гер ташы йөрөтмә.

14 Өйөңдә береһе бәләкәй, береһе ҙур ике үлсәүең дә булмаһын.

15 Герең дә, үлсәүең дә дөрөҫ һәм теүәл булһын. Шул саҡта Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.

16 Дөрөҫ булмаған герҙәр һәм үлсәүҙәр ҡулланған алдаҡсылар Аллаң Раббыға ерәнгес.

17 Мысырҙан сыҡҡанда ғәмәлектәрҙең юлда һеҙгә нимә эшләгәнен онотма.

18 Һеҙ арып-талсығып килгән саҡта, юлда һеҙгә һөжүм иттеләр ҙә артта ҡалған бөтә хәлһеҙҙәрҙе ҡырҙылар, Алланан ҡурҡманылар.

19 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan