Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 20 - Изге Яҙма


Һуғышҡа ҡағылышлы ҡағиҙәләр

1 Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.

2 Яуға инер алдынан ҡаһин, ғәскәр алдына килеп, халыҡҡа мөрәжәғәт итһен.

3 Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!

4 Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».

5 Етәкселәр ғәскәргә: «Арағыҙҙа яңы йорт һалып та, уны туйламаған берәй кеше бармы? – тип мөрәжәғәт итер. – Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, өйөндә башҡа берәйһе йәшәр.

6 Йөҙөм баҡсаһы ултыртып та, уның тәүге уңышын йыйып өлгөрмәгән берәй кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, йөҙөмөн башҡа берәү йыйып алыр.

7 Берәй ҡыҙ менән йәрәшеп тә, өйләнеп өлгөрмәгән кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, ҡыҙын башҡа берәү алыр».

8 Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.

9 Быларҙың барыһын да ғәскәргә еткергәндән һуң, яугирҙәр өҫтөнән ғәскәр башлыҡтары тәғәйенләнһен.

10 Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит.

11 Әгәр ҙә улар, тәҡдимеңә риза булып, ҡапҡаларын асһа, ҡалала йәшәүселәр барыһы ла һиңә мәжбүри хеҙмәт итергә тейеш булыр.

12 Әгәр ҙә килешеүгә риза булмай, һуғыша башлаһа, ҡаланы ҡама.

13 Аллағыҙ Раббы ҡаланы ҡулыңа тапшырғас, ундағы бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәр.

14 Ҡатындарын, балаларын, малдарын, ҡалалағы бар нәмәне үҙеңә яумал итеп ал. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән, дошманығыҙҙан тартып алған табыш менән файҙалан.

15 Һеҙҙән алыҫта урынлашҡан, эргә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙеке булмаған ҡалаларҙың барыһы менән дә шулай эш итегеҙ.

16 Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.

17 Аллағыҙ Раббы һеҙгә бойорғанса, уларҙы харам ҡыл: хиттиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе тотош юҡ ит.

18 Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.

19 Әгәр берәй ҡаланы яулап алыр өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡамауҙа тоторға тура килһә, уның тирәһендәге ағастарға балта тейҙермә – емештәрен аша, әммә ҡырҡма. Ҡамауға алырға ҡырҙағы ағас кеше түгел бит.

20 Ағастың емеш бирмәгәнен белгәндә генә ҡырҡып, һеҙҙең менән һуғышҡан ҡалаға ҡаршы ҡоролмалар төҙөүҙә файҙалана алаһығыҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan