Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 2 - Изге Яҙма


Исраилдарҙың сүлдә үткәргән йылдары

1 Һуңынан беҙ боролдоҡ та, Раббы миңә ҡушҡанса, Ҡамышлы диңгеҙгә барған юл менән сүлгә киттек. Оҙаҡ ваҡыт Сеғир таулығы тирәһендә гиҙгәндән һуң,

2 Раббы миңә былай тине:

3 «Был тауҙарҙы уратып йөрөү етер һеҙгә. Инде төньяҡҡа боролоғоҙ.

4-5 Халыҡҡа бойороҡ бир: „Сеғирҙа йәшәгән туғандарығыҙҙың, Ғаяз тоҡомдарының, ерҙәре аша үтәсәкһегеҙ. Улар һеҙҙән ҡурҡыр, тик улар менән һуғышыуҙан һаҡ булығыҙ, сөнки һеҙгә ерҙәренең табан яҫылығы тиклемен дә бирмәйәсәкмен. Мин Сеғир таулығын Ғаязға биләмә итеп биргәнмен.

6 Уларҙан аҙыҡты ла, һыуҙы ла көмөш түләп һатып алығыҙ“.

7 Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».

8 Ғарава тигеҙлеге буйлап беҙ Элаҫ һәм Ғәсйон-Ғәвәрҙән башланған юл менән Сеғирҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Ғаяз нәҫелдәре янынан уҙҙыҡ һәм, боролоп, Моав сүленә йүнәлдек.

9 Раббы миңә: «Моав менән низағҡа кермә, уның менән һуғыш башлама, – тине. – Мин улар еренән һеҙгә биләмә бирмәйем, сөнки Ғар ҡалаһын Лут нәҫеленә милек итеп бирҙем».

10 Әүәл унда Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ – эмдар йәшәй ине.

11 Улар ҙа ғанаҡтар һымаҡ рефаларҙан һаналды, ләкин моавтар уларҙы эмдар тип атаны.

12 Сеғирҙа иһә элек хориҙар йәшәй ине. Раббы исраилдарға биләмә итеп биргән ерҙә йәшәгән халыҡты исраилдар нимә эшләтһә, Ғаяз нәҫелдәре хориҙарҙы шулай ҡырып бөтөрөп, ерҙәренә төйәкләнде.

13 Раббы һүҙен дауам итте: «Инде тороғоҙ ҙа Зеред үҙәнен аша сығығыҙ», – тине. Беҙ Зеред үҙәнен үттек.

14 Ҡадеш-Барнеағтан сыҡҡан дәүерҙән Зеред үҙәнен уҙғанға тиклем утыҙ һигеҙ йыл булды. Раббы ант иткәнсә, ул быуындың барлыҡ яугирҙәре был ваҡыт арауығында үлеп бөттө.

15 Уларҙы тупламдан бер-бер артлы юҡ итеп бөткәнгә тиклем, Раббының ҡулы һәр саҡ уларға ҡаршы булды.

16 Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең бөтәһе лә үлеп бөткәндән һуң,

17 Раббы миңә былай тине:

18 «Бөгөн һеҙ Ғар ҡалаһы эргәһенән Моав ере аша үтергә тейешһегеҙ.

19 Ғаммон халҡына яҡынлашҡас, улар менән низағҡа кермәгеҙ, уларҙы һуғышҡа ҡотортмағыҙ, сөнки Мин һеҙгә ғаммондар еренән биләмәгә бер ни ҙә бирмәйәсәкмен. Мин был ерҙәрҙе Лут нәҫелдәренә милек итеп бирҙем».

20 Элек был рефалар ере тип иҫәпләнә ине, унда рефалар йәшәне. Ғаммондар иһә уларҙы замзумиҙар тип атаны.

21 Замзумиҙар Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ ине. Раббы уларҙы ғаммондарҙың алдынан ҡырып бөтөрҙө. Ғаммондар, уларҙың ерҙәрен баҫып алып, үҙҙәре төйәкләнде.

22 Раббы Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре өсөн дә шулай эшләне. Уларҙың алдынан хориҙарҙы юҡ итте. Ғаяз улдары хориҙарҙың ерен баҫып алып төйәкләнде һәм бөгөн дә шунда йәшәп ята.

23 Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.

24 Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ.

25 Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.


Исраилдарҙың Хешбон батшаһы Сихонды ҡыйратыуы

26 – Шунан һуң, Ҡедемоҫ сүленән Хешбон батшаһы Сихонға тыныслыҡ тәҡдим итер өсөн, илселәремде ебәрҙем, – тип дауам итте Муса. – Былай тип әйтергә ҡуштым:

27 «Миңә ереңдән уҙырға рөхсәт ит. Юл буйлап ҡына үтермен, уңға ла, һулға ла тайпылмам.

28 Аҙыҡты миңә көмөш хаҡына һат – ашармын, һыуҙы ла көмөш хаҡына бир – эсермен, бары тик үтеп кенә китәйем.

29 Быға тиклем Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре, Ғарҙа йәшәгән Моав кешеләре илдәре аша үтергә рөхсәт итте. Һин дә Иордан аша Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән ерҙәренә сығырға ризалыҡ бир».

30 Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.

31 Раббы миңә: «Бына, Сихонды һәм уның ерҙәрен ҡулыңа тапшырам, ерен биләй башла», – тине.

32 Сихон беҙгә ҡаршы һуғышмаҡ булып, Яһаста барлыҡ ғәскәре менән ҡаршыбыҙға сыҡты.

33 Аллабыҙ Раббы уны ҡулыбыҙға тапшырҙы, һәм беҙ уның үҙен, улдарын һәм барлыҡ ғәскәрен юҡ иттек.

34 Шул ваҡытта беҙ уның бөтә ҡалаларын яулап алдыҡ һәм харам ҡылдыҡ, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы – береһен дә тере ҡалдырманыҡ.

35 Бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты ғына үҙебеҙгә алдыҡ.

36 Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.

37 Бары тик Аллабыҙ Раббының бойороғо буйынса, ғаммондар иленә – Яббоҡ ағымы буйындағы урындарға ла, таулыҡтағы ҡалаларға ла һөжүм итмәнегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan