Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 12 - Изге Яҙма


Раббыға табыныу урыны тураһында

1 Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә һеҙ ғүмерегеҙ буйы теүәл үтәргә тейеш булған ҡағиҙә һәм ҡанундар бына ошо.

2 Һеҙ яулап алған ҡәүемдәрҙең бейек тауҙарҙа һәм ҡалҡыулыҡтарҙа, мул япраҡлы ағас аҫтында үҙ илаһтарына табына торған бөтә урындарын юҡ итегеҙ.

3 Ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын юҡ итегеҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын утта яндырығыҙ, илаһтарының боттарын ватығыҙ – ул урында уларҙың исемдәре лә иҫкә төшмәҫлек булһын.

4 Һеҙ Аллағыҙ Раббыға бындай бер нәмә лә эшләргә тейеш түгелһегеҙ.

5 Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.

6 Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ.

7 Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.

8 Бөгөн беҙ ҡылғанды ҡабатламағыҙ – бында һәр кем үҙ белдеге менән дөрөҫ тип иҫәпләгәнде эшләй.

9 Әлегә һеҙ тыныс урынға, Аллағыҙ Раббы бирәсәк ергә етмәгәнһегеҙ әле.

10 Ә бына Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы биләмә итеп бирәсәк ергә төйәкләнгәс, Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарҙан ҡотҡарып тынысландырасаҡ һәм һеҙ имен-аман йәшәйәсәкһегеҙ.

11 Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.

12 Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.

13 Тотош яндырыу ҡорбандарын теләһә ниндәй урында килтереүҙән һаҡ булығыҙ.

14 Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.

15 Хәйер, Аллағыҙ Раббының һеҙгә биргән бәрәкәтенә күрә йәшәгән урындарығыҙҙа ла мал һуйып, йәнегеҙ теләгән тиклем ит ашай алаһығыҙ. Пак кеше лә, нәжес кеше лә был итте ғәзәл йәки болан ите һымаҡ уҡ ашай ала.

16 Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.

17 Ашлығығыҙҙың, шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, эре һәм ваҡ малығыҙҙың тәүге үрсемен, нәҙер ҡорбандарығыҙҙы, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандар һәм саҙаҡаларығыҙҙы йәшәгән урындарығыҙҙа ашарға ярамай.

18 Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.

19 Ҡарағыҙ уны, илегеҙҙә йәшәгән левиҙәрҙе ғүмер буйы ҡайғыртығыҙ.

20 Аллағыҙ Раббы, Үҙе вәғәҙә иткәнсә, йәшәр ерегеҙҙе киңәйткәс, ит ашағығыҙ килеп: «Ит ашайым әле», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ уны йәнегеҙ теләгәнсә ашай алырһығыҙ.

21 Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын йәшәгән ерегеҙҙән алыҫ икән, ул ваҡытта һеҙ, Раббы биргән эре йәки ваҡ малды, мин бойорғанса, сала алаһығыҙ. Уны торлағығыҙҙа, йәнегеҙ теләгәнсә ашағыҙ.

22 Уларҙы ғәзәл менән боланды ашаған кеүек ашағыҙ, пак кеше лә, нәжесе лә ейә ала уны.

23 Тик ҡан ашауҙан һаҡ бул. Ҡан ашама, сөнки ҡан ул – йән, ит менән бергә йән ашама.

24 Ашама уны, һыу һымаҡ ергә түк.

25 Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ.

26 Изге ҡорбандарығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе алып, Раббы һайлаған урынға килтерегеҙ.

27 Тотош яндырыу ҡорбандарығыҙҙы ите һәм ҡаны менән бергә Раббының ҡорбан усағында тәҡдим итегеҙ. Башҡа ҡорбандарығыҙҙың ҡаны Раббының ҡорбан килтереү урынында ғына түгелергә тейеш, ә итен ашағыҙ.

28 Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ.


Боттарға табыныуға ҡаршы иҫкәртеүҙәр

29 Аллағыҙ Раббы һеҙ биләйәсәк ерҙәге халыҡтарҙы күҙ алдығыҙҙан юҡ иткәс, һеҙ улар еренә инеп урынлашҡас,

30 шул сағында һаҡ булығыҙ, уларға эйәреп тоҙаҡҡа эләгә күрмәгеҙ. Улар юҡ ителгәс: «Был халыҡтар үҙҙәренең илаһтарына нисек табынған булһалар, мин дә шулай эшләйем», – тип, уларҙың илаһтары менән ҡыҙыҡһынмағыҙ.

31 Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.

32 Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan