Ҡанун 11 - Изге ЯҙмаРаббының бөйөклөгө 1 Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот. 2 Бөгөн шуны аңлағыҙ: Аллағыҙ Раббының һабаҡтарын улдарығыҙ түгел, ә һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм башығыҙҙан кисерҙегеҙ. Һеҙ Уның бөйөклөгөн, ҡөҙрәтен һәм һуҙылған ҡулын, 3 хикмәттәрен, Мысыр батшаһы фирғәүенгә, бөтә Мысыр иленә ҡылған ғәмәлдәрен, 4 Мысыр ғәскәренә, аттарына, һуғыш арбаларына ниҙәр эшләгәнен; мысырҙар һеҙҙе баҫтырғанда уларҙы нисек Ҡамышлы диңгеҙгә батырғанын, уларҙы бөгөнгә тиклем нисек юҡ иткәнен күрҙегеҙ. 5 Был урынға килеп еткәнсе, Раббы сүллектә һеҙҙең өсөн ниҙәр эшләгәнен; 6 Рәүвән ырыуынан Әлиавтың улдарына – Даҫан менән Авирамға нимә эшләгәнен күрҙегеҙ. Бөтә Исраилдың күҙе алдында ер убылып, ғаиләләре, сатырҙары, булған бар мөлкәттәре менән уларҙы ер йотто. 7 Раббының ҡылған был бөйөк эштәрен һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. 8 Шулай итеп, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарҙы үтәгеҙ. Шул саҡта ғына көслө булырһығыҙ, инергә йыйынған ерҙе яулап алырһығыҙ һәм 9 Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ. 10 Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине. 11 Һеҙ йылға аша сығып биләргә бараһы ер – тауҙар һәм үҙәндәр иле, ул күктең ямғыры менән һуғарыла. 12 Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай. 13 Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ, 14 ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр. 15 Яланыңда малың өсөн үләнде лә бирермен. Үҙегеҙ ҙә туҡ йәшәрһегеҙ». 16 Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ. 17 Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ. 18 Шулай итеп, был һүҙҙәремде йөрәгегеҙгә һәм күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, билдә итеп ҡулығыҙға бәйләгеҙ, ҡаш өҫтөндә маңлайса итеп йөрөтөгөҙ. 19 Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ. 20 Уларҙы өйөгөҙҙөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуйығыҙ. 21 Шулай эшләһәгеҙ, Раббы аталарығыҙға бирергә ант иткән тупраҡта үҙегеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да ғүмере оҙон булыр һәм күк йөҙө ер өҫтөндә күпме торһа, һеҙ һәм нәҫелдәрегеҙ унда шул тиклем йәшәрһегеҙ. 22 Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ, 23 ул сағында Раббы ошо ҡәүемдәрҙең барыһын да күҙ алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер. Һеҙ үҙегеҙҙән күмәгерәк һәм көслөрәк халыҡтарҙың ерҙәрен яулап алырһығыҙ. 24 Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. 25 Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр. 26 Бына бөгөн мин һеҙгә фатиха йәки ҡарғыш һайларға тәҡдим итәм. 27 Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ. 28 Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ. 29 Аллағыҙ Раббы һеҙҙе биләйәсәк ерегеҙгә алып ингәс, Геризим тауында фатиха, Ғевал тауында ҡарғыш уҡырһығыҙ. 30 Был ике тау, белеүегеҙсә, Иордан йылғаһының аръяғында, юлдың көнбайышында, Ғарава тигеҙлегендә йәшәгән ҡәнғәни халҡы ерендә, Гилгал ҡаршыһында, Море имәнлеге янында урынлашҡан. 31 Аллағыҙ Раббының һеҙгә бирәсәк ерен үҙегеҙгә алыр өсөн Иордан аша сыҡҡас һәм, уны яулап алып, шунда йәшәй башлағас, 32 ҡарағыҙ уны, мин бөгөн һеҙгә иғлан иткән бөтә ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia