Ҡанун 1 - Изге ЯҙмаМусаның Раббы вәғәҙә иткәндәрҙе исраилдарҙың иҫенә төшөрөүе 1 Иордан аръяғында, сүлдә, Ғарава тигеҙлегендә, Суф ҡаршыһында – Паран менән Тофел, Лаван, Хасироҫ, Ди-Заһав араһында Мусаның Исраил халҡына һөйләгән һүҙҙәре был. 2 (Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.) 3 Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандың ҡырҡынсы йылында, ун беренсе айҙың беренсе көнөндә Муса Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да Исраил халҡына белдерҙе. 4 Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды. 5 Иордан аръяғында, Моав ерендә, Муса ул ҡанунды аңлата башланы. Былай тине: 6 – Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине. – 7 Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ. 8 Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!» Мусаның башлыҡтар тәғәйенләүе 9 – Шул саҡта мин һеҙгә әйттем, – тине Муса. – «Бер үҙем һеҙҙе етәкләп йөрөй алмайым. 10 Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ. 11 Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен. 12 Һеҙҙең мәшәҡәттәрегеҙҙе, дәғүәләрегеҙҙе, ығы-зығыларығыҙҙы яңғыҙыма нисек күтәреп йөрөтөргә? 13 Һәр ырыуҙан зиһенле, белекле һәм абруйлы ирҙәрҙе һайлап алығыҙ. Мин уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуяйым», – тинем. 14 «Был бик һәйбәт фекер!» – тип яуапланығыҙ. 15 Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем. 16 Шунан һеҙҙең өҫтән хөкөм йөрөтәсәк кешеләргә: «Туғандарығыҙҙың дәғүәләрен иғтибар менән тыңлағыҙ; бәхәс ике исраил араһындамы, әллә исраил менән килмешәк араһындамы, һәммәһен дә ғәҙел хөкөм итегеҙ, – тип бойорҙом. – 17 Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен». 18 Ул саҡта һеҙ эшләргә тейешле нәмәләрҙең бөтәһе тураһында ла әмер бирҙем. Халыҡтың күҙәтселәр ебәреүе 19 Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек. 20 Унда мин һеҙгә: «Бына һеҙ Аллабыҙ Раббы әмөриҙәрҙең беҙгә бирәсәк таулы иленә килеп еттегеҙ, – тинем. – 21 Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!» 22 Шул саҡ һәммәгеҙ, яныма килеп: «Алдан кешеләр ебәрәйек, улар илде ҡарап-тикшереп сыҡһын, бараһы юлдар, инәһе ҡалалар тураһында беҙгә мәғлүмәт алып килһен», – тинегеҙ. 23 Был фекер күңелемә хуш килде. Арағыҙҙан ун ике кеше һайлап алдым – һәр ырыуҙан берәр кеше. 24 Улар киттеләр, таулыҡҡа күтәрелеп, Әшкол үҙәненә төштөләр һәм ул тирәләге ерҙе байҡап сыҡтылар. 25 Был тупраҡтың емештәрен алып килеп күрһәттеләр һәм: «Аллабыҙ Раббы беҙгә бирәсәк ер яҡшы», – тип хәбәр иттеләр. 26 Әммә һеҙ ул ергә барырға теләмәнегеҙ һәм Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. 27 Сатырҙарығыҙҙа: «Раббы беҙҙе күрә алмай. Шуға күрә беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп ҡырып бөтөрөр өсөн Мысырҙан алып сыҡты, – тип һуҡрандығыҙ. – 28 Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ. 29 Мин иһә һеҙгә: «Ҡурҡмағыҙ уларҙан, ҡотоғоҙ алынмаһын, – тинем. – 30 Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла, 31 сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө». 32-33 Шуға ҡарамаҫтан, һеҙгә ҡуналҡаға туҡтар урын эҙләп һәм барыр юлығыҙҙы күрһәтеп, алдығыҙҙан төндә утта, көндөҙ болотта барған Аллағыҙ Раббыға ышанманығыҙ. Раббының исраилдарҙы язалауы 34 Раббы һүҙҙәрегеҙҙе ишетеп асыуланды ла: 35-36 «Мин ант итеп аталарығыҙға бирергә вәғәҙә иткән ул бәрәкәтле ерҙе был яман быуындан Йефунне улы Калевтан башҡа бер кем дә күрмәҫ. Бары Калев ҡына күрер. Ул атлап уҙған ерҙәрҙе уға һәм нәҫеленә бирермен, сөнки ул бөтә йөрәктән Раббы юлынан йөрөнө», – тине. 37 Һеҙҙең арҡала Раббының миңә лә асыуы килде. «Һин дә ул ергә инмәйәсәкһең, – тине. – 38 Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр. 39 „Дошманға табыш булырҙар инде“ тигән балаларығыҙ, әле бөгөн яҡшыны ямандан айыра белмәгән балаларығыҙ, инер унда. Ерҙе уларға бирәсәкмен, уны улар биләмә итеп аласаҡ. 40 Һеҙ иһә кире боролоғоҙ һәм Ҡамышлы диңгеҙ юлынан сүлгә китегеҙ». 41 Шул саҡта һеҙ миңә: «Беҙ Раббы алдында гонаһ ҡылдыҡ, – тинегеҙ. – Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббы бойорғанса, барып һуғышайыҡ». Һәр берегеҙ биленә һуғыш ҡоралын тағып, дыуамалланып, таулыҡҡа менергә булдығыҙ. 42 Раббы миңә: «Уларға еткер, бармаһындар һәм һуғышмаһындар. Сөнки Мин һеҙҙең менән түгелмен, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ», – тине. 43 Мин һеҙҙе иҫкәрттем, әммә һеҙ һүҙемә ҡолаҡ һалманығыҙ, Раббының әйткәненә ҡаршы килеп, таулыҡҡа күтәрелергә баҙнат иттегеҙ. 44 Был тауҙарҙа йәшәгән әмөриҙәр һеҙгә ҡаршы сыҡты һәм бал ҡорттары һымаҡ баҫтырҙы, Сеғирҙан Хормаға тиклем һеҙҙе ҡыйратып һалды. 45 Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы. 46 Оҙаҡ ваҡыт Ҡадешта ҡалдығыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia