І Йылъяҙма 27 - Изге ЯҙмаҒәскәр башлыҡтары 1 Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә. 2 Беренсе айҙа хеҙмәт итергә тейешле тәүге төркөмгә Завдиил улы Яшовғам етәкселек итә, уның ҡул аҫтында егерме дүрт мең кеше була. 3 Пәрәс нәҫеленән булған Яшовғам беренсе айҙа бөтә ғәскәр башлыҡтары өҫтөнән баш була. 4 Икенсе айҙың төркөмөнә ахоахлы Додай етәкселек итә, уның ярҙамсыһы Миҡлоҫ була. Уның төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. 5 Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше. 6 Был Бенаяһ утыҙ батыр араһына инә һәм уларға етәкселек итә, ә улы Ғаммизавад төркөмгә идара итә. 7 Дүртенсе ай төркөмөнә Йоавтың ҡәрҙәше Ғасаһил етәкселек итә. Ғасаһилдан һуң урынына улы Зевадъяһ ҡала. Был бүлектә лә егерме дүрт мең кеше була. 8 Бишенсе ай төркөмөнөң башлығы Израхтан Шамхуҫ була. Уның бүлегендә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 9 Алтынсы ай төркөмөнөң етәксеһе итеп Теҡоғанан Ғиҡҡыш улы Ғира ҡуйыла, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. 10 Етенсе ай төркөмөнә етәксе итеп Әфраим ырыуынан Пелондан Хәләс тәғәйенләнә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. 11 Һигеҙенсе ай төркөмө етәксеһе Зерах нәҫеленән Хушанан Сиббехай була, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 12 Туғыҙынсы ай төркөмөнә етәксе итеп Бинйәмин ырыуынан, Ғанаҫоҫ ҡалаһынан Авиғәзәр тәғәйенләнә, уның да төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. 13 Унынсы ай төркөмөнөң етәксеһе Зерах нәҫеленән Нетофа кешеһе Маһрай була, уның төркөмөнә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 14 Ун беренсе ай төркөмөнөң етәксеһе Әфраим нәҫеленән Пирғаҫон кешеһе Бенаяһ була, уның төркөмө лә егерме дүрт мең кешенән тора. 15 Ун икенсе ай төркөмөнә Ғоҫниил нәҫеленән Нетофа кешеһе Хелдай етәкселек итә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. Исраил ырыуҙарының етәкселәре 16 Исраил ырыуҙарының етәкселәре түбәндәгеләр була: Рәүвән ырыуында – Зихри улы Әлиғәзәр; Шимғон ырыуында – Мағаха улы Шефатъяһ; 17 Леви ырыуында – Ҡемуил улы Хашавъяһ; ә Һарун нәҫелендә – Садоҡ; 18 Йәһүҙә ырыуында – Дауыт туғандарынан Әлиһу; Исасхар ырыуында – Михаил улы Ғомри. 19 Зевулун ырыуында – Ғовадъяһ улы Йишмағъяһ; Нафтали ырыуында – Ғазриил улы Йеримоҫ; 20 Әфраим ырыуында – Ғазазъяһ улы Һошеяғ, Менашше ырыуының яртыһында Педаяһ улы Йоил; 21 Ғилғәдтәге Менашше ырыуының яртыһында – Зәкәрьяһ улы Иддо; Бинйәмин ырыуында – Авнерҙың улы Яғасиил; 22 Дан ырыуында – Йерохам улы Ғазарил. Исраил ырыуҙарының башлыҡтары бына ошолар була. 23 Дауыт егерме йәше тулмағандарҙың иҫәбен алып тормай, сөнки Раббы исраилдарҙы күктәге йондоҙҙар кеүек ишәйтергә вәғәҙә иткән була. 24 Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй. Батшаның яҡындары 25 Батша хазиналары өсөн – Ғәдиил улы Ғазмауыҫ, ә баҫыуҙағы, ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы, ҡарауыл манараларындағы һаҡлағыстар өсөн Ғуззияһ улы Йонаҫан яуаплы була. 26 Баҫыуҙа эшләүселәргә, ер эшкәртеүселәргә Келув улы Ғәзри яуаплы була. 27 Йөҙөм баҡсалары өсөн – Раманан Шимғи, ә йөҙөмлөктәрҙәге шарап һаҡламдары өсөн Шефамдан Завди яуап тота. 28 Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була. 29 Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була. 30 Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ; 31 ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була. 32 Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй. 33 Ахиҫофел – батшаның кәңәшсеһе, ә Аркиҙан Хушай батшаның яҡын дуҫы була. 34 Ахиҫофелдан һуң Бенаяһ улы Йеһоядағ һәм Әвйәҫәр батша кәңәшселәре булып тора, ә Йоав батша ғәскәренең башлығы була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia