Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 21 - Изге Яҙма


Дауыттың халыҡ иҫәбен алырға бойороуы
( 2 Бат 24:1-9 )

1 Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.

2 Дауыт Йоавҡа һәм халыҡтың түрәләренә: – Барығыҙ, Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойора.

3 Әммә Йоав батшаға: – Раббы Үҙенең халҡын әлегенән йөҙ тапҡырға арттырһын! Эй хакимым батшам, улар бөтәһе лә хакимымдың ҡолдары түгелме ни? Ниңә кәрәк был минең хакимыма? Исраилды ниңә ғәйепле итергә? – тип яуаплай.

4 Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта.

5 Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана.

6 Йоав левиҙәр менән бинйәминдәрҙе иҫәпкә алмай, сөнки батшаның был бойороғо уның күңеленә ятмаған була.

7 Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.


Раббының Исраилды язалауы
( 2 Бат 24:10-25 )

8 Дауыт Аллаға былай ти: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.

9 Дауыттың әүлиәһе Ғадҡа Раббы һүҙе була:

10 – Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“».

11 Ғад Дауытҡа килеп: – Раббы былай ти: «Һайла –

12 бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә.

13 Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтара: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.

14 Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла.

15 Алла, Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн, Үҙенең фәрештәһен ебәрә. Әммә фәрештә ҡаланы ҡыра башлағас, Раббы кире уйлай, яза бирмәҫкә була. Халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – ти. Был ваҡытта Раббы фәрештәһе йевуси халҡынан булған Орнан тигән кешенең ырҙыны янында торған була.

16 Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.

17 Ә Дауыт Аллаға былай ти: – Халыҡты һанарға ҡушҡан мин түгелме ни? Мин гонаһ ҡылдым, мин енәйәт эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Раббым, Аллам минең, ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә. Үҙ халҡыңды һәләк итмәһәңсе.

18 Шунан Раббы фәрештәһе Ғад аша Дауытҡа йевуси Орнандың ырҙынына барып, Раббыға ҡорбан усағы эшләргә бойора.

19 Дауыт Ғадтың Раббы исеменән әйткән һүҙен үтәргә китә.

20 Орнан был ваҡытта бойҙай һуғып йөрөгән була. Боролоп ҡараһа, фәрештәне күреп ҡала. Эргәһендәге дүрт улы кереп йәшенә һала.

21 Дауыт Орнан янына килә. Дауыт килгәнен күргән Орнан ырҙындан сыға ла ергә тиклем бөгөлөп баш эйә.

22 Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти.

23 – Ал, хакимым батша нимә теләй, шуны эшләһен. Бына тотош яндырыу ҡорбаны өсөн үгеҙҙәремде, утынға – ашлыҡ һуҡҡысты, икмәк саҙаҡаһына – бойҙайҙы, барыһын да бушлай бирәм, – ти Орнан батшаға.

24 Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара.

25 Дауыт Орнанға урын өсөн алты йөҙ шекел алтын бирә.

26 Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.

27 Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға.

28 Шул саҡ Дауыт, йевуси Орнандың ырҙын табағында Раббының яуап биргәнен күреп, шунда ҡорбан килтерә.

29 Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була.

30 Аллаға мөрәжәғәт итер өсөн Дауыт ул ергә бара алмай, сөнки Раббы фәрештәһенең ҡылысынан ҡурҡа.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan