Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 11 - Изге Яҙма


Исраил батшаһы Дауыт
( 2 Бат 5:1-3 , 6-10 )

1 Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.

2 Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.

3 Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй.

4 Бына бер ваҡыт Дауыт барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә, йәғни Йевусҡа китә. Ә ул төбәктә йевусиҙәр йәшәгән була.

5 Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында, – тиҙәр. Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып ала, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.

6 Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала.

7 Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар.

8 Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра.

9 Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.


Дауыттың ҡаһарман яугирҙәре
( 2 Бат 23:8-17 )

10 Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.

11 Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемлеге: өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы Яшовғам, Хахмониҙың улы. Ул, үҙенең һөңгөһөн өс йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һала.

12 Унан һуң Әлғазар, Ахоах нәҫеленән Додоның улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе.

13 Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Пас-Даммимға йыйылғанда, ул Дауыт менән бергә була. Бындағы арпа баҫыуында исраилдар пелештиҙәрҙән ҡаса башлағас,

14 был яугирҙәр баҫыу уртаһына тороп ала ла ошо ерҙе һаҡлап ҡала һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итә – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерә.

15 Пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡороп урынлашҡас, утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Дауытҡа Ғадуллам мәмерйәһе янындағы ҡая эргәһенә килә.

16 Дауыт – нығытма эсендә, ә пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре Бейт-Ләхәмдә була.

17 Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти.

18 Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.

19 Шунан ул былай ти: – Аллам һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәй Дауыт һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтә ул өс батыр!


Утыҙ ҡаһарман
( 2 Бат 23:18-39 )

20 Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана.

21 Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы була, уларҙың башлығы була, әммә өс юғары хәрби түрә иҫәбенә инмәй.

22 Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә.

23 Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.

24 Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була.

25 Утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләй.

26 Ә батыр яугирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан;

27 Һарорҙан Шаммоҫ; Пелондан Хәләс;

28 Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр;

29 Хушанан Сиббехай, Ахоахтан Ғилай;

30 Нетофанан Маһрай; Нетофанан Бағананың улы Хелед;

31 Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иҫай; Пирғаҫондан Бенаяһ;

32 Гағаш үҙәненән Хурай; Ғарванан Авиил;

33 Бахуримдан Ғазмауыҫ; Шағалбондан Әлъяхба;

34 Гизондан Һашемдың улдары; Һарарҙан Шагеның улы Йонаҫан;

35 Һарарҙан Сахарҙың улы Ахиам; Ур улы Әлифал;

36 Мехеранан Хефәр; Пелондан Ахияһ;

37 Кармәлдән Хесро; Әзбай улы Нағарай;

38 Наҫандың туғаны Йоил; Һагри улы Мивхар;

39 Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе;

40 Йетерҙән Ғира менән Гарев;

41 хитти Урияһ; Ахлай улы Завад;

42 Рәүвән ырыуынан Шиза улы Ғадина, рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы, уның менән утыҙ кеше була;

43 Мағаханың улы Ханан; Миҫандан Йошафат;

44 Ғаштароҫтан Ғуззия; Ғароғерҙан Хоҫамдың улдары Шамағ менән Йеғиил;

45 Шимри улы Йедиғаил һәм уның туғаны Тистан Йоха;

46 Махауанан Әлиил, Әлнағамдың улдары Йеривай менән Йошавъяһ һәм Моав кешеһе Иҫма;

47 Соваяһтан Әлиил, Ғовед һәм Яғасиил.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan