Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 8 - Изге Яҙма


Исраил халҡының батша талап итеүе

1 Үҙе ҡартайғас, Шемуил Исраилға хаким итеп улдарын ҡуйҙы.

2 Өлкән улының исеме Йоил, икенсеһенең Авияһ ине. Улар Беер-Шәвәғтә хаким ине.

3 Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.

4 Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары йыйылып, Рамаға Шемуил янына килде.

5 Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен.

6 Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды.

7 Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –

8 Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр.

9 Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт.

10 Үҙҙәренә батша талап иткән халыҡҡа Шемуил Раббының бөтә һүҙҙәрен һөйләп бирҙе.

11 Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар.

12 Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар.

13 Ҡыҙҙарығыҙҙы еҫле май яһатыу, ашарға бешертеү, икмәк һалдыртыу өсөн үҙенә алыр.

14 Баҫыуҙарығыҙҙың, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларығыҙҙың иң яҡшыларын тартып алып, үҙенең хеҙмәтселәренә өләшер.

15 Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр.

16 Иң яҡшы ҡолдарығыҙҙы, ҡолиәләрегеҙҙе, иң көслө егеттәрегеҙҙе, ишәктәрегеҙҙе үҙ эшенә тотонор.

17 Ваҡ малдарығыҙҙың да унынсы өлөшөн алыр. Үҙегеҙ иһә уға ҡол булырһығыҙ.

18 Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ.

19 Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –

20 Ул саҡта беҙ башҡа халыҡтар кеүек булырбыҙ. Батшабыҙ беҙгә хакимлыҡ итер, юл башлап йөрөр, һуғыштарыбыҙҙа баш булыр.

21 Шемуил бөтә әйткәндәрен тыңлап бөттө лә уларҙың һүҙҙәрен Раббыға еткерҙе.

22 Раббы Шемуилға: – Уларҙың һүҙҙәрен тыңла, өҫтәренән батша ҡуй, – тине. Шунан Шемуил исраилдарға: – Һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтһын, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan