Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 7 - Изге Яҙма

1 Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.


Шемуилдың Исраилға идара итеүе

2 Изге һандыҡ оҙаҡ ваҡыт – егерме йыл буйы Ҡыръяҫ-Еғаримда булды. Ул арала бөтә Исраил халҡы илай-илай Раббыны эҙләй башланы.

3 Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.

4 Исраилдар Бәғел менән Ғаштареҫ һындарын сығарып ырғытты һәм Раббыға ғына хеҙмәт итә башланы.

5 Шунан Шемуил: – Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине.

6 Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.

7 Пелештиҙәр Исраил халҡының Миспала йыйылғанын ишетеп ҡалды. Уларҙың хакимдары исраилдарға ҡаршы яуға сыҡты. Был хаҡта белгәс, исраилдар ҡурҡыуға ҡалды.

8 Улар Шемуилға: – Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға туҡтауһыҙ ялбара күр инде, Ул беҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарһын, – тиештеләр.

9 Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.

10 Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.

11 Исраилдар Миспанан сығып, пелештиҙәрҙе Бейт-Карға еткәнсе ҡыра-ҡыра баҫтырып барҙы.

12 Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.

13 Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды.

14 Ғәҡрондан Ғаҫҡа тиклем пелештиҙәр ҡулы аҫтында булған ҡалалар Исраилға кире ҡайтарылды. Исраил уларҙың тирә-яғындағы ерҙәрҙе лә пелештиҙәрҙән азат итте. Исраил менән әмөриҙәр араһында ла тыныслыҡ урынлашты.

15 Шемуил бөтә ғүмере буйы Исраилға хаким булды.

16 Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.

17 Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan