І Батшалар 6 - Изге ЯҙмаИзге һандыҡтың исраилдарға кире ҡайтарылыуы 1 Раббының һандығы пелештиҙәр ерендә ете ай булды. 2 Пелештиҙәр ҡаһиндарын һәм күрәҙәселәрен саҡырып: – Раббының һандығын нимә эшләтәйек, уны үҙенең урынына нисек кире ҡайтарайыҡ? Беҙгә өйрәтегеҙ, – тинеләр. 3 Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ. 4 – Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. – 5 Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр. 6 Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме? 7 Шулай итеп, бер яңы арба яһағыҙ, тәүгә быҙаулаған ике тана һыйыр алығыҙ. Уларға бер ваҡытта ла ҡалып кейҙерелмәгән булһын. Һыйырҙарҙы арбаға егегеҙ, ә быҙауҙарын, айырып алып, бикләгеҙ. 8 Раббының һандығын арбаға ҡуйығыҙ, ә ғәйеп өсөн ҡорбан итеп ебәрелгән алтын әйберҙәрегеҙҙе, йәшниккә һалып, уның эргәһенә ултыртығыҙ. Шунан һандыҡты ебәрегеҙ, китһен. 9 Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ. 10 Шулай эшләнеләр: тәүгә быҙаулаған ике тана һыйырҙы алып килеп арбаға ектеләр, быҙауҙарын өйҙә бикләп ҡалдырҙылар. 11 Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар. 12 Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде. 13 Ул саҡта Бейт-Шәмәш халҡы яланда бойҙай ура ине. Улар һандыҡты күреп, бик ҡыуандылар. 14 Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр. 15 Левиҙәр, Раббының һандығын һәм алтын әйберҙәр һалынған йәшникте алып, теге ҙур таштың өҫтөнә ҡуйҙы. Был көндө Бейт-Шәмәш кешеләре Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа ҡорбандар килтерҙе. 16 Пелештиҙәрҙең биш хакимы ошоларҙың барыһын да ҡарап торҙо һәм шул көндө үк Ғәҡронға әйләнеп ҡайтты. 17 Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине. 18 Ә алтындан ҡойолған сысҡан һындары биш пелешти хакимының биләмәһендәге нығытмалы ҡалалар һәм улар янындағы ауылдар һанынса ине. Ә өҫтөнә Раббының һандығын ҡуйған таш Бейт-Шәмәш кешеһе Йеһошуағтың баҫыуында әлегә тиклем ята. 19 Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы. 20 Бейт-Шәмәш халҡы: – Был мөҡәддәс Алланың, Раббының, алдында кем баҫып тора алыр? Уның һандығын үҙебеҙҙән ҡайҙа ебәрергә икән? – тинеләр. 21 Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia