І Батшалар 23 - Изге ЯҙмаДауыттың Ҡығила ҡалаһын ҡотҡарыуы 1 Дауытҡа: «Пелештиҙәр Ҡығила ҡалаһына һөжүм итте. Ырҙындарҙы талайҙар», – тигән хәбәр килтерҙеләр. 2 Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине. 3 Әммә кешеләре Дауытҡа: – Беҙ хатта бында, Йәһүҙәлә лә, ҡурҡабыҙ. Нисек Ҡығилаға пелешти ғәскәренә ҡаршы һуғышырға барырға баҙнат итәйек? – тиеште. 4 Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы. 5 Дауыт үҙенең кешеләре менән Ҡығилаға килде, пелештиҙәр менән һуғышты, уларҙың малдарын ҡыуып алып китте. Пелештиҙәрҙе аяуһыҙ ҡыйратып, Ҡығила халҡын ҡотҡарҙы. 6 Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне. Шаулдың Дауытты баҫтырыуы 7 Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине. 8 Шаул, Дауытты һәм уның кешеләрен Ҡығилаға барып ҡамауға алыр өсөн бөтә ғәскәрен яуға саҡырҙы. 9 Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты. 10 Дауыт Раббыға: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Мин ҡолоң ишеттем: Шаул Ҡығилаға килеп, минең арҡамда ҡаланы тар-мар итергә теләй. 11 Ҡығила халҡы мине уның ҡулына тотоп бирерме? Ҡолоң ишеткәнсә, Шаул бында килерме? Эй Исраил Аллаһы Раббы, ҡолоңа белдерһәңсе! – тип мөрәжәғәт итте. – Килер, – тип яуап бирҙе Раббы. 12 – Ҡығила халҡы кешеләрем менән мине Шаул ҡулына тотоп бирерме? – тип һораны Дауыт. – Бирер, – тине Раббы. 13 Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты. Дауыттың таулы Йәһүҙәгә ҡасыуы 14 Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне. 15 Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте. 16 Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте. 17 – Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине. 18 Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте. 19 Зиф ҡалаһы кешеләре, Гивғаға барып, Шаулға: – Дауыт беҙҙә, Йешимондың көньяғындағы Хахила ҡалҡыулығында, Хорешта ҡасып ята. 20 Эй батша, ҡасан теләйһең, шунда кил. Ә беҙ уны батшаның ҡулына тотоп бирербеҙ, – тинеләр. 21 Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. – 22 Барығыҙ, тағы бер мәртәбә тикшереп сығығыҙ. Дауыт ҡайһы ерҙә йәшенеп йөрөй, уны кемдәр күргән – яҡшылап һораштырығыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ғәйәт хәйләкәр икән. 23 Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын. 24 Шунан тегеләр, юлға ҡуҙғалып, Шаулдан алда Зифҡа ҡайтты. Ул осорҙа Дауыт үҙенең кешеләре менән Ғарава тигеҙлегенең Йешимондан көньяҡта булған өлөшөндә, Мағон сүлендә ине. 25 Шаул үҙенең кешеләре менән уны эҙләргә сыҡты. Әммә Дауытҡа был турала хәбәр иттеләр һәм ул Мағон сүлендәге ҡаялыҡҡа йәшенде. Шаул, был турала ишетеп, шунда Дауытты баҫтырып китте. 26 Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа. 27 Шул саҡ бер сапҡын килеп Шаулға: – Ҡайта һал! Илгә пелештиҙәр һөжүм итте, – тип хәбәр һалды. 28 Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia