Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 22 - Изге Яҙма

1 Дауыт, бынан китеп, Ғадуллам мәмерйәһендә йәшенде. Был хаҡта ишеткән ағалары, атаһы йортондағылар уның янына килде.

2 Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.

3 Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине.

4 Шулай итеп, Дауыт ата-әсәһен Моав батшаһы янына алып килде. Дауыт йәшенеп ятҡан ерендә булған арала, улар шунда йәшәне.

5 Әммә Ғад пәйғәмбәр: – Һин бында – йәшенгән урыныңда ҡалма, Йәһүҙә еренә бар, – тигәс, Дауыт Хәрәҫ урманына китте.


Шаулдың Нов ҡалаһы ҡаһиндарын үлтереүе

6 Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора.

7 Шаул янында торған ярандарына: – Эй Бинйәмин улдары, мине тыңлағыҙ! – тине. – Ишайҙың улы һәр берегеҙгә баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары бирер, һәр берегеҙҙе мең башы, йөҙ башы итеп ҡуйыр, тип уйлайһығыҙмы?

8 Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы.

9 Шаулдың ярандары араһында торған Эдом кешеһе Доег: – Ишай улы Дауыттың Нов ҡалаһына Ахитув улы Ахимәләх ҡаһин янына килгәнен күрҙем, – тине. –

10 Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.

11 Шаул батша Ахитув улы Ахимәләх ҡаһинды, уның зат-зәүерен, Новтағы барса ҡаһиндарҙы саҡырырға кешеләр ебәрҙе. Улар барыһы ла батша янына килде.

12 Шаул Ахимәләхкә: – Эй Ахитув улы, мине тыңла! – тине. – Эйе, хакимым! – тине Ахимәләх.

13 – Ни өсөн Ишай улы менән миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? – тине Шаул. – Һин уға икмәк, ҡылыс биргәнһең, уның өсөн һорап Аллаға мөрәжәғәт иткәнһең. Ана хәҙер Дауыт миңә ҡаршы баш күтәреп, миңә тоҙаҡ ҡороп йөрөй.

14 Ахимәләх батшаға: – Бөтөн ярандарың араһында һиңә Дауыт кеүек тоғро, бирелгән берәйһе бармы? – тип яуап ҡайтарҙы. – Дауыт һинең кейәүең, һаҡсыларыңдың башлығы, өйөңдә хөрмәтле.

15 Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.

16 Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине.

17 Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.

18 Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.

19 Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды.

20 Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.

21 Әвйәҫәр Шаулдың Раббы ҡаһиндарын үлтереүе тураһында Дауытҡа һөйләп бирҙе.

22 Дауыт уға: – Теге көндө үк унда булған Эдом кешеһе Доегтың Шаулға мотлаҡ хәбәр итәсәген дә белгәйнем. Атаң йортондағы бөтә кешеләрҙең үлемендә мин ғәйепле.

23 Янымда ҡал, ҡурҡма! Кем минең йәнемде көҫәй, шул һине лә һәләк итергә ниәтләй. Минең янымда саҡта хәүефһеҙлектә булырһың, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan