Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 18 - Изге Яҙма


Йонаҫандың Дауыт менән вәғәҙәләшеүе

1 Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.

2 Ул көндө Шаул Дауытты үҙенә алды, атаһының йортона ҡайтырға рөхсәт итмәне.

3 Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.

4 Йонаҫан, өҫтөндәге сапанын сисеп, Дауытҡа кейҙерҙе, башҡа кейемдәрен, ҡылысы менән йәйәһен, билбауын бирҙе.

5 Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.


Шаулдың Дауыттан көнләшеүе

6 Дауыт пелештиҙе үлтергәндән һуң, ғәскәрҙәр кире ҡайтып килгән саҡта, Исраилдың бөтә ҡалаларында ла ҡатын-ҡыҙҙар дөңгөр һәм шылтырауыҡтар тауышы аҫтында ҡыуаныс менән йырлап-бейеп Шаул батшаға ҡаршы сыҡты.

7 Ҡатындар бейей-бейей: – Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе, – тип һамаҡланы.

8 Быға Шаулдың йәне көйҙө. Һарыуы ҡайнап: «Дауытҡа ун меңде, ә миңә меңде генә бирәләр. Уның хәҙер тик батшалығы ғына юҡ», – тип уйланы.

9 Ошо көндән алып Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы.

10 Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.

11 Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды.

12 Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны.

13 Шуға күрә Шаул Дауытты үҙенән йыраҡлаштырҙы. Уны мең башы итеп ҡуйҙы. Дауыт гел ғәскәрҙәрҙе һуғыштарға алып йөрөнө.

14 Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.

15 Уның уңыштарын күреп, Шаулдың ҡурҡыуы артҡандан-артты.

16 Ә бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡы Дауытты яратты, сөнки ул уларҙы әйҙәп һуғыштарҙа алдан йөрөнө.


Дауыттың Шаул ҡыҙына өйләнеүе

17 Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.

18 Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе.

19 Әммә Шаулдың ҡыҙы Меравты Дауытҡа бирергә ваҡыт еткәс, ул Мехола ҡалаһынан Ғадриил тигән кешегә кейәүгә бирелде.

20 Дауытты Шаулдың Михәл тигән ҡыҙы ярата ине. Был хаҡта батшаға еткергәс, ул бик ҡәнәғәт булды.

21 «Уға Михәлде бирермен, – тип уйланы. – Дауыт өсөн ул тоҙаҡ булыр. Әйҙә Дауыт пелештиҙәр ҡулы менән үлтерелһен». Шунан Дауытҡа: – Миңә кейәү булырға бөгөн йәнә форсатың бар, – тине.

22 Шунан ярандарына Дауытҡа сер итеп кенә: «Батша һине яҡын күрә, бөтә хеҙмәтселәр ҙә һине ярата. Батшаның кейәүе бул», – тип әйтергә бойорҙо.

23 Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе.

24 Ярандары Дауыттың әйткәндәрен Шаулға еткерҙе.

25 – Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.

26 Ярандары Шаулдың әйткәндәрен Дауытҡа еткерҙе. Дауыт үҙенең батша кейәүе буласағына ҡыуанды. Тәғәйенләгән ваҡыт та үтмәгәйне әле,

27 Дауыт кешеләре менән барып ике йөҙ пелештиҙең йәнен ҡыйҙы. Батшаның кейәүе булыр өсөн, ул үлтерелгән пелештиҙәрҙең сөннәт тиреләрен теүәл генә итеп Шаулға алып килде. Шаул уға ҡыҙы Михәлде ҡатынлыҡҡа бирҙе.

28 Шаул Раббының Дауыт менән бергә булғанын, ҡыҙы Михәлдең Дауытты яратҡанын ап-асыҡ күрҙе.

29 Шуға күрә ул Дауыттан тағы ла нығыраҡ ҡурҡа башланы, уның ғүмерлек дошманына әйләнде.

30 Пелешти башлыҡтары ҡасан һөжүм итһә лә, Дауыт Шаулдың башҡа ярандарына ҡарағанда ҙурыраҡ уңышҡа ирешә ине. Шул арҡала уның исеме дан-шөһрәт ҡаҙанды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan