Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 13 - Изге Яҙма


Шаулдың Раббы бойороғон тотмауы

1 Тәхеткә ултырғанда Шаулға утыҙ йәш ине. Ул Исраилда ике йыл батшалыҡ итте.

2 Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.

3 Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине.

4 Исраилдар Шаулдың пелешти ғәскәрен ҡыйратыуы тураһында һәм пелештиҙәрҙең Исраилға асыулы икәнен белде. Бынан һуң халыҡ Шаул янына Гилгалға саҡырылды.

5 Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.

6 Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.

7 Ҡайһы бер ғивриҙәр Иордан йылғаһы аръяғына, Ғад һәм Ғилғәд ерҙәренә ҡасты. Шаул ул ваҡытта Гилгалда ине. Уның менән булған яугирҙәр ҡурҡыуға төшкәйне.

8 Шаул Шемуил билдәләгән ваҡытҡа тиклем ете көн көттө. Әммә Шемуил Гилгалға килмәгәс, кешеләр Шаул янынан ҡаса башланы.

9 Шуның өсөн Шаул: – Тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын миңә алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Шунан ул тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарҙы.

10 Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты.

11 Ләкин Шемуил: – Нимә эшләнең һин? – тине. – Ҡарайым, халыҡ янымдан таралыша башланы, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Һин дә әйткән көндәреңдә килмәнең. Өҫтәүенә пелештиҙәр Михмаста тупланған.

12 Хәҙер пелештиҙәр Гилгалға миңә һөжүм итәсәк, ә мин Раббынан мәрхәмәт һорап ялбарманым, тип уйланым. Шуға күрә тотош яндырыу ҡорбаны килтерергә тәүәккәлләнем.

13 – Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.

14 Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.

15 Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине.

16 Шаул, уның улы Йонаҫан һәм улар менән булған кешеләр Бинйәминдәр биләмәһендәге Гивға ҡалаһында урынлашты. Пелештиҙәр иһә Михмаста туплам ҡорғайны.

17 Пелешти яугиҙәре исраилдарҙы талау, барымта яһау өсөн өс төркөм булып тупламдарынан сыҡты. Уларҙың береһе Шуғал төбәгендәге Ғофраға,

18 икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте.

19 Пелештиҙәр, ғивриҙәр ҡылыс йәки һөңгө яһап ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнлектән, бөтә Исраилда бер тимерсе лә юҡ ине.

20 Шуға күрә исраилдар төрән, тәпке, балта, ураҡ үткерләргә кәрәк булһа, пелештиҙәргә барырға мәжбүр ине.

21 Пелешти тимерселәре төрән тимерҙәрен, тәпке, өс айырсалы һәнәк, балта ҡайраған һәм осло таяҡ тимерен кейҙергән өсөн бер шекелдең өстән ике өлөшөн ала торғайны.

22 Шул сәбәпле был һуғыш башланғас, Шаул менән Йонаҫан янында булған халыҡтың ҡулында ҡылыс та, һөңгө лә юҡ, был ҡоралдар бары Шаулда һәм уның улы Йонаҫанда ғына ине.


Пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш

23 Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan