І Батшалар 11 - Изге ЯҙмаШаулдың ғаммондарҙы ҡыйратыуы 1 Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине. 2 Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам. 3 Явеш аҡһаҡалдары уға: – Беҙгә ете көн ваҡыт бир, Исраилдың һәр тарафына илселәр ебәрәйек, – тинеләр. – Әгәр ҙә беҙҙе ҡотҡарырға бер кем дә килмәһә, һиңә баш һалырбыҙ. 4 Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы. 5 Был ваҡытта Шаул үгеҙҙәрен ҡыуып баҫыуҙан ҡайтып килә ине. – Халыҡҡа ни булған? Ниңә илашалар? – тип һораны ул. Уға Явеш кешеләре ебәргән хәбәрҙе һөйләп бирҙеләр. 6 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды. 7 Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты. 8 Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине. 9 Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте. 10 Ғаммондарға: – Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр. 11 Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы. 12 Бынан һуң халыҡ Шемуилға: – «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине. 13 Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе. 14 – Әйҙә, Гилгалға барайыҡ, унда батшалыҡты яңыртайыҡ, – тине Шемуил халыҡҡа. 15 Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia