І Батшалар 10 - Изге ЯҙмаШемуилдың Шаулды мәсехләүе 1 Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй. 2 Бөгөн, минән киткәндән һуң, Бинйәмин ерендәге Селсахта, Рәхилә ҡәбере эргәһендә, ике кешене осратырһың. Улар һиңә: «Эҙләп сыҡҡан ишәктәрең табылды. Атайың инде ишәктәрҙе уйламай, улыма ни булды икән, тип һинең өсөн хәүефләнә», – тип әйтер. 3 Унан юлыңды дауам итеп, Таворҙағы имән ағасына барып етерһең. Унда һиңә береһе өс кәзә бәрәсе, икенсеһе өс икмәк, ә өсөнсөһө бер турһыҡ шарап алып Алла хозурына, Бейт-Илгә сығып барған өс кеше осрар. 4 Улар, һине сәләмләп, ике икмәк бирер. Һин уларҙы алырһың. 5 Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың. 6 Шунда һине Раббы рухы солғап алыр, һин дә улар менән бергә пәйғәмбәрлек итерһең һәм бөтөнләй башҡа кешегә әйләнерһең. 7 Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән. 8 Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен. 9 Шаул Шемуил эргәһенән китергә тип боролғайны, Алла уның йөрәген үҙгәртте һәм шул көндө бөтә илаһи билдәләр бойомға ашты. 10 Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы. 11 Уны электән белгән кешеләр, пәйғәмбәрҙәр менән пәйғәмбәрлек иткәнен күреп, бер-береһенә: – Ҡиштың улына ни булған? Әллә Шаул да пәйғәмбәр булғанмы? – тиештеләр. 12 Шунда йәшәүселәрҙең береһе: – Ә тегеләренең аталары кем һуң? – тип яуапланы. Шунан бирле: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигән һүҙ әйтем булып китте. 13 Пәйғәмбәрлек иткәндән һуң, Шаул табыныу ҡалҡыулығына сыҡты. 14 Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ. 15 – Шемуил һеҙгә нимәләр әйтте, миңә һөйлә әле, – тине туғаны Шаулға. 16 – Ишәктәрҙең табылғанын әйтте, – тип яуапланы Шаул, ләкин Шемуилдың батшалыҡ тураһында һөйләгәндәрен өндәшмәне. Шаулдың батша тип иғлан ителеүе 17 Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы. 18 Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем». 19 Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ. 20 Шемуил Исраил ырыуҙарын бер-бер артлы үҙенең алдына саҡырҙы һәм Бинйәмин ырыуы күрһәтелде. 21 Шунан Бинйәмин ырыуына ингән нәҫелдәрҙе айырым-айырым үҙ янына саҡырҙы, Матри нәҫеле күрһәтелде. Һуңынан Матри нәҫеленән Ҡиштың улы Шаул күрһәтелде. Уны эҙләй башланылар, әммә таба алманылар. 22 Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы. 23 Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине. 24 – Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. 25 Шемуил халыҡҡа батшалыҡ итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, уларҙы китапҡа яҙып, Раббы алдына һалды. Шунан бөтә халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 26 Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе. 27 Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia