Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йырҙар йыры 8 - Изге Яҙма


Ҡыҙ

1 Бер туған ағайым булһаң икән, Әсәйемдең һөтөн имеп үҫкән! Урамда осратһам, һине үбеп алыр инем, Бының өсөн һис кем ғәйеп итә алмаҫ ине.

2 Мин һине әсәйемдең өйөнә Етәкләр ҙә алып ҡайтыр инем. Һин мине яратырға өйрәтер инең, Мин һине хуш еҫле шарап менән, Анарым шәрбәте менән һыйлар инем.

3 Йәремдең һул беләге башым аҫтында, Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған.

4 Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.


Ҡыҙҙың әхирәттәре

5 Йән һөйгәненә һыйынып, Кем ул сүл яғынан килгән? Мин алмағас аҫтында һине уяттым, Әсәң шунда һиңә йөккә уҙған, Шунда һине донъяға килтергән.


Ҡыҙ

6 Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!

7 Һөйөүҙе ташҡындар һүндерә алмай, Йылғалар уны йыуып китә алмай. Әгәр берәү һөйөү өсөн Өйөндәге бөтә байлығын бирһә лә, Тик оятҡа ғына ҡалыр ине.


Ҡыҙҙың ағалары

8 Һеңлебеҙ бәләкәс әле, Хатта күкрәктәре лә бүртмәгән. Һоратырға тип килһәләр, Уның өсөн ни эшләрбеҙ?

9 Әгәр ул бер диуар булһа, Өҫтөнә көмөш манара ҡорор инек. Әгәр ҙә ул ишек булһа, Кедр таҡта менән көпләр инек.


Ҡыҙ

10 Мин диуарҙай инем, Инде күкрәктәрем манаралай. Бына һөйгәнемдең күҙ алдында Ҡала кеүек хәүефһеҙлек тәҡдим итеп баҫтым.

11 Сөләймәндең Бәғел-Һамонда Йөҙөм баҡсаһы бар ине. Уны йөҙөм үҫтереүселәргә бирҙе. Уларҙың һәр береһе йөҙөм өсөн Мең көмөш түләргә тейеш булды.

12 Минең йөҙөм баҡсам бары үҙемдеке. Эй Сөләймән, мең көмөшө – һиңә, Ике йөҙө – йөҙөм үҫтереүселәргә.


Егет

13 Эй һин, баҡсаларҙа йәшәгән ҡыҙ! Дуҫтарым һине тыңлай – Ҡайҙа мин дә тауышыңды ишетәйем!


Ҡыҙ

14 Ашыҡ, һөйгәнем минең, Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan