Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йырҙар йыры 6 - Изге Яҙма


Ҡыҙҙың әхирәттәре

1 Һөйгәнең ҡайҙарға китте, Эй гүзәлдәрҙең гүзәле? Ҡайһы тарафҡа юл алды, әйтсе? Һинең менән бергәләп эҙләрбеҙ.


Ҡыҙ

2 Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.

3 Мин – һөйгәнемдеке, һөйгәнем – минеке. Ул көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.


Егет

4 Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.

5 Күҙҙәреңде ситкә алсы минән, Улар минең баҙнатымды ала! Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.

6 Тештәрең һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡтай аҡ, Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар, Араһында береһе лә юғалмаған.

7 Уртаға бүленгән анар алмаһылай, Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың.

8 Ана, алтмыш батшабикә, һикһән йәриә, Йәш ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ!

9 Әммә минең күгәрсенем, гүзәлем берҙән-бер! Әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы, Тапҡан әсәһенең ғәзизе. Ҡыҙҙар уны күреп, бәхетле, ти, Батшабикә, йәриәләр маҡтай.


Ҡыҙҙың әхирәттәре

10 Кем ул таңғы шәфәҡ кеүек сихри, Айҙай гүзәл, ҡояш кеүек балҡыу, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтле?


Ҡыҙ

11 Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип, Мин сәтләүек туғайына төштөм. Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы, Анар ағасы сәскә атҡанмы?

12 Үҙем дә аңламай ҡалдым, Арманым затлы халҡымдың Арбаһына мине мендерҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan