Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йырҙар йыры 4 - Изге Яҙма


Егет

1 Һин гүзәлһең, эй йәрем, шундай гүзәлһең! Япмаң аша ҡараған күҙҙәрең – күк күгәрсен. Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.

2 Тештәрең яңы йөнө ҡырҡылған, Һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡ һымаҡ аҡ, Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар. Араһында береһе лә юғалмаған.

3 Ал ҡыҙыл таҫмалай ирендәрең, Ауыҙың да гүзәл һинең! Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың Уртаға бүленгән анар алмаһындай.

4 Муйының зауыҡ менән ҡоролған Дауыт манараһы һымаҡ. Уны гүйә мең ҡалҡан биҙәгән, Барыһы ла ҡаһармандарҙың ҡалҡаны.

5 Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы Лилиәләр араһында утлай.

6 Көндөң еләҫендә, Күләгәләр оҙонайған саҡта, Еҫле үләндәр тауына, Хуш еҫ аңҡытҡан түбәгә менәйемсе.

7 Ниндәй гүзәлһең һин, йәрем, Бер ниндәй кәмселегең юҡ!

8 Минең менән Ливандан кил, эй кәләшем! Кил минең менән Ливандан! Амана башынан төш, Сенир менән Хермон түбәһенән, Арыҫландарҙың өңөнән, Ҡапландар йәшәгән тауҙарҙан төш.

9 Эй һылыуым, кәләшем минең, Йөрәгемде әсир иттең. Күҙҙәреңдең бер ҡарашы менән, Муйыныңдағы бер мәрйен менән Минең йәнемде арбаның!

10 Һөйөүең шундай ләззәтле, Һылыуым, кәләшем минең, Һинең һөйөүең шараптан татлы; Еҫле майҙарыңдың еҫе Барлыҡ хушбуйҙарҙан тәмлерәк!

11 Ирендәрең солоҡ балдай татлы, Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең. Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе!

12 Һылыуым минең, кәләшем, Гүйә һин бикле баҡсаһың, Диуар менән уратылған инеш, Ҡапҡасы ябылған ҡоҙоҡ.

13 Һайланма емештәр биргән Анар баҡсаһына оҡшайһың. Был баҡсала сөмбөлдәр, ҡына гөлдәр,

14 Эйе, был баҡсала – нард, зәғферәндәр, Хуш еҫле ҡамыш һәм дәрсен, Барса ладан ағастары, Мирра һәм йөҙйәшәр – Иң затлы хуш еҫле үҫемлектәр.

15 Һөйгәнем, һин – баҡсалағы шишмә, Тере һыу инеше, Ливан тауынан аҡҡан ағын һыу.


Ҡыҙ

16 Эй төньяҡ еле, уян, Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле! Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын. Баҡсаһына килһен һөйгәнем, Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan