Йырҙар йыры 2 - Изге ЯҙмаҠыҙ 1 Мин – Шарондың нәркәс гөлө, Үҙәндәрҙең лилиә сәскәһе. Егет 2 Сәнскәк араһында үҫкән лилиәләй Минең йәрем ҡыҙҙар араһында. Ҡыҙ 3 Урман ағастары араһындағы алмағас һымаҡ Минең һөйгәнем егеттәр араһында. Уның күләгәһендә ултырып зауыҡланам, Емешенең таты ауыҙымдан китмәй. 4 Мәжлес йортона ул мине алып инде, Баш осомда һөйөү әләмен күтәрҙе. 5 Йөҙөм ҡаптырып хәл индерегеҙ, Алмалар менән ҡеүәт өҫтәгеҙ: Һөйөү ялҡынында янам! 6 Йәремдең һул беләге башым аҫтында, Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған. 7 Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын. 8 Был һөйгәнемдең тауышы! Тау армыттарын артылып, Түбәләрҙән елеп ашығып килә! 9 Йәш боланға, ғәзәлгә оҡшаған йәрем. Ҡара, диуар эргәһендә тора, Беҙҙең тәҙрәбеҙгә ҡарай, Рәшәткә аша күҙ һала. 10 Миңә өндәшә һөйгәнем: «Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән! 11 Ҡара, ҡыш та уҙып китте, Ямғырҙар ҙа үтте, туҡтаны, 12 Тирә-йүндә сәскәләр күренде, Шатлыҡлы йырҙар миҙгеле килде, Күгәрсендәр гөрләй илебеҙҙә. 13 Инжир емеше һутҡа тулышҡан, Гөлгә күмелгән йөҙөм ҡыуағы Тирә-яҡҡа хуш еҫен аңҡыта. Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән!» Егет 14 Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа Йәшенгән күгәрсенем һин! Нурлы йөҙөңдө күрәйем, Моңло тауышыңды ишетәйем, Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы. 15 Төлкөләрҙе тотоғоҙ, бәләкәй төлкөләрҙе! Улар йөҙөм баҡсаһын ҡорота – Әле баҡсаларыбыҙ шау сәскә. Ҡыҙ 16 Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы, Көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата. 17 Эй һөйгәнем, көндөң еләҫендә, Эңер төшкәнгә тиклем кире ҡайт. Тауҙарҙа, тарлауыҡтарҙа елгән ғәзәл, Етеҙ йәш болан һымаҡ бул! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia