ІV Батшалар 7 - Изге Яҙма1 – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ». 2 Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин. Арам ғәскәренең ҡасыуы 3 Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ? 4 Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине. 5 Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ. 6 Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп, 7 сатырҙарын, аттарын, ишәктәрен, бөтә тупламды, нисек булған, шул килеш ташлап, йәндәрен ҡотҡарыр өсөн төн ҡараңғылығына тороп йүгергәндәр. 8 Теге махау ауырыулы кешеләр туплам янына килеп, бер сатырға инде. Унда туйғансы ашап-эскәндән һуң, алтын-көмөш, кейем-һалым алып сыҡтылар ҙа бер урынға йәшереп ҡуйҙылар. Шунан икенсе сатырға инделәр. Унан да алып сығып йәшерҙеләр. 9 Артабан иһә: – Яңылыш эшләйбеҙ беҙ, – тиештеләр. – Был һөйөнөслө хәбәрҙе еткермәйенсә таңға саҡлы көтһәк, ғәйепкә тарырбыҙ. Әйҙәгеҙ, батша һарайына барып әйтәйек. 10 Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр. 11 Һаҡсылар был хәбәрҙе батша һарайына еткерҙе. 12 Төн ине әле. Батша тороп ярандарына: – Арамиҙарҙың ниәтен беләм мин, – тине. – Уларға беҙҙең аслыҡтан интеккәнебеҙ билдәле. Шуға күрә тупламдарын ташлап ҡырҙа йәшенгәндәр ҙә беҙҙең ҡаланан сыҡҡанды көтәләрҙер. Сығыуыбыҙ булыр, беҙҙе тереләй тотоп алырҙар, ҡаланы ҡулға төшөрөрҙәр. 13 Шул саҡ батша ярандарының береһе: – Ҡалала ҡалған аттарҙың бишеһен алайыҡ та бер нисә кешене тупламға нимә булғанын белергә ебәрәйек. Унда барғандың да, бында ҡалған исраилдарҙың да шул бер яҙмыш – үлем бит, – тип тәҡдим итте. 14 Аттарҙы ике яу арбаһына ектеләр һәм батша бер нисә кешене: – Барығыҙ, ни булғанын белеп ҡайтығыҙ, – тип арамиҙар ғәскәре артынан оҙатты. 15 Улар арамиҙар ғәскәре эҙенән Иордан йылғаһына тиклем барҙы. Юл буйынса арамиҙар ҡасҡан ваҡытта ташлап киткән кейем-һалым һәм башҡа нәмәләр аунап ята ине. Кире ҡайтып, был хаҡта батшаға хәбәр иттеләр. 16 Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды. 17 Батша ҡала ҡапҡаһын һаҡларға үҙен оҙатып йөрөгән иң яҡын яранын билдәләгәйне. Тышҡа атлыҡҡан халыҡ уны ҡапҡа эргәһендә тапап үлтерҙе. Алла бәндәһе был хаҡта алдан, батша уның янына килгәндә әйткәйне. 18 Барыһы ла Алла бәндәһе батшаға әйткәнсә булды: «Иртәгә ошо мәлдә Самария ҡапҡаһы янында ике сеа арпа һәм бер сеа иң һәйбәт он бер шекел көмөшкә һатыласаҡ», – тип әйткәс, 19 батшаның был яраны: «Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел», – тип яуап ҡайтарғайны. Алла бәндәһе иһә: «Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ», – тигәйне. 20 Шулай булды ла: халыҡ ул яранды ҡапҡа төбөндә тапап китте һәм яран үлде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia