Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 6 - Изге Яҙма


Тимер балтаның һыу өҫтөнә ҡалҡып сығыуы

1 Бер көндө пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға: – Һинең ҡатарыңда йәшәгән урыныбыҙ бик бәләкәй.

2 Иордан буйында һәр ҡайһыбыҙ берәр ағас йығып, үҙебеҙгә шунда өй һалып алырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте. – Барығыҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.

3 Араларынан берәүһе: – Һин дә беҙ ҡолдарың менән бергә барһаң ине, – тип үтенде. – Ярар, барырмын, – тине Ильясиғин һәм улар менән

4 бергә китте. Иордан буйына барып еткәс, ағас ҡырҡа башланылар.

5 Шунда берәүһенең балта башы ысҡынып китте лә йылғаға батты. – Аһ, хакимым, – тип ҡысҡырып ебәрҙе теге. – Уны мин кешенән генә алып торған инем.

6 – Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.

7 – Ана, ал, – тине Ильясиғин. Теге кеше ынтылып балта башын алды.


Ильясиғиндың Арам ғәскәрен туҡтатыуы

8 Арам батшаһының, Исраил менән һуғыш хәлендә булған сағында, ярандарын йыйып кәңәш ҡора һәм: «Тупламымды ошондай-ошондай урында ҡорормон», – тип белдерә торғайны.

9 Алла бәндәһе иһә Исраил батшаһын: – Шундай-шундай урында йөрөмә, сөнки арамиҙар шунда барырға йыйына, – тип иҫкәртеп тора.

10 Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды.

11 Был хәлгә Арам батшаһы бик ҡаты асыуланды. Ул ярандарын йыйып алды ла: – Әйтегеҙ әле миңә, ҡайһығыҙ Исраил батшаһы яҡлы? – тип һораны.

12 – Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.

13 – Барығыҙ, ҡайҙалығын асыҡлағыҙ. Мин уны әсиргә алам, – тип бойорҙо батша. Уға: – Доҫанда ул, – тип хәбәр иттеләр.

14 Батша унда һыбайлыларҙан һәм яу арбаларынан торған ҙур ғәскәр ебәрҙе. Төн йөҙөндә килеп ҡаланы ҡаманылар.

15 Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе иртәнсәк тороп сыҡҡайны, ҡаланың яу арбалары, һыбайлыларҙан торған ғәскәр тарафынан ҡамап алынғанын күрҙе. – Харап булдыҡ, хакимым! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тип һораны.

16 – Ҡурҡма, беҙҙең менән булғандар уларҙыҡына ҡарағанда күберәк, – тине Ильясиғин.

17 Шунан: – Йә Раббы, хеҙмәтсемдең күҙен ас, күрһен, – тип доға ҡылды. Раббы хеҙмәтсенең күҙен асты. Егет ҡараһа, ни күрә: Ильясиғиндың эргәһендәге тау утлы аттар һәм яу арбалары менән ҡапланған.

18 Арамиҙар яҡыныраҡ килгәс, пәйғәмбәр Раббыға: – Уларҙың күҙҙәрен һуҡырайт, – тип доға ҡылды. Раббы Ильясиғиндың үтенесе буйынса уларҙы һуҡырайтты.

19 Шунан һуң Ильясиғин арамиҙарға: – Һеҙ яңылыш юлдан бөтөнләй икенсе ҡалаға килгәнһегеҙ. Эйәрегеҙ, мин һеҙҙе туп-тура эҙләгән кешегеҙгә алып барам, – тине лә Самария ҡалаһына алып китте.

20 Арам яугирҙәре ҡалаға килеп еткәс, Ильясиғин: – Йә Раббы, уларҙың күҙҙәрен ас, күрһендәр, – тип доға ҡылды. Раббы уларҙың күҙҙәрен асҡайны, улар үҙҙәренең Самария уртаһында торғандарын күрҙе.

21 Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.

22 – Юҡ, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Уларҙы бит уҡ-һаҙағың, ҡылысың менән әсир итмәнең. Ашатып-эсер ҙә үҙҙәренең хужаларына ҡайтып китһендәр.

23 Батша арамиҙар ғәскәре өсөн ҙур табын әҙерләргә бойорҙо. Ашатып эсергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрҙе, һәм арамиҙар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайтты. Ошонан алып арамиҙар Исраил еренә баҫып инеүҙән туҡтаны.


Самариялағы аслыҡ

24 Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды.

25 Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.

26 Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.

27 – Раббы ярҙам итмәгәндә, мин һиңә нисек ярҙам итә алам? Ырҙында ашлығым, иҙгестә шарабым бармы әллә? – тине батша.

28 Шулай ҙа: – Нимә булды һуң? – тип һораны. – Анау ҡатын миңә: «Улыңды бир. Әйҙә бөгөн уны ашайыҡ, иртәгә минекен ашарбыҙ», – тигәйне.

29 Минең улымды бешереп ашаныҡ. Икенсе көндө уға: «Улыңды алып кил, уны ашайыҡ», – тип барһам, ул балаһын йәшереп ҡуйған, – тине ҡатын.

30 Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе.

31 – Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша.

32 Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.

33 Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan