ІV Батшалар 5 - Изге ЯҙмаНағамандың тире ауырыуынан сәләмәтләнеүе 1 Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно. 2 Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр. 3 Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине. 4 Нағаман, хакимы батшаға барып, Исраил ҡыҙының әйткәндәрен һөйләп бирҙе. 5 Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты. 6 Ул килеп: «Был хат менән һиңә махау сиренән ҡотҡарыр өсөн ҡолом Нағаманды ебәрәм», – тип яҙылған хатты Исраил батшаһына тапшырҙы. 7 Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. 8 Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе. 9 Нағаман аттары, яу арбалары менән килеп, Ильясиғиндың ишеге төбөнә туҡтаны. 10 Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты. 11 Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным. 12 Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте. 13 Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр. 14 Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте. 15 Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы. 16 – Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте. 17 Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк. 18 Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын. 19 – Иҫән-аман йөрө, – тине Ильясиғин. Нағаман Ильясиғин янынан сығып, байтаҡ китеп өлгөргәйне, 20 Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы. 21 Нағамандың артынан йүгерҙе. Нағаман, кемдеңдер баҫтырып килгәнен абайлап, арбаһынан төштө. – Барыһы ла именме? – тип Гехазиға ҡаршы атланы. 22 – Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме? 23 – Зинһар, ике талант ал, – тине Нағаман. Уны күндереп, ике тоҡҡа берәр талант көмөш һалып бәйләне, икешәр ҡат кейем бирҙе. Шуларҙы тоттороп, ике хеҙмәтсеһен Гехазиҙы оҙатырға ебәрҙе. 24 Үҙе йәшәгән ҡалҡыулыҡҡа еткәс, Гехази хеҙмәтселәрҙең ҡулынан тоҡтарҙы алды ла өйөнә алып барып йәшерҙе. Нағамандың хеҙмәтселәрен кире ебәрҙе. 25 Шунан ул хакимы Ильясиғин янына китте. – Ҡайҙа барып килдең, Гехази? – тип һораны пәйғәмбәр. – Һинең ҡолоң бер ҡайҙа ла барманы, – тип яуапланы хеҙмәтсеһе. 26 – Ул кеше арбаһынан төшөп ҡаршыңа килгәндә рухым һинең менән түгел инеме ни? Аҡса йәки кейем, зәйтүн һәм йөҙөм ағастары, эре мал менән һарыҡ-кәзә, ҡолдар һәм ҡолиәләр ала торған ваҡытмы ни? – тине Ильясиғин. – 27 Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia